Әлфиә Шүлгән альбомынан.
Әлфиә Шүлгән альбомынан. Сәк- сәк "Һә, тигәнсе!" 3 йомортҡаға 2 аш ҡалағы көнбағыш майын һалып туғыйым да он өҫтәп баҫам. Ҡамырым билмән ҡамырынан сак ҡына йомшағыраҡ булһа ла яраған. Йәймә йәйеп, таҫмалағас, һалма ҙурлыҡ (4 см* 7 мм) итеп ҡырҡып ҡуям. Суйынға сама менән көнбағыш майы һалам. Сәк-сәктәребеҙ тигеҙ бешеһен өсөн болғатып торам. Ҡабарып, һарғылт төҫ алғас та һөҙөп алына. Сиропҡа ярты стакан шәкәрҙе 4 аш ҡалағы һыу менән талғын утта иретәм. Масса ҡалаҡтан һуҙылып ағып төшөп торорлоҡ булһын. Уттан алып бер аҙ һыуытҡас ҡына, 4 аш ҡалағы бал ҡушып тигеҙ итеп болғатам .Эҫе сиропҡа балды ҡалып ҡайната күрмәгеҙ, (!!!)юғары градуста ул ағыуға әйләнә бит. Баллы сироп Сәк-сәктәребеҙ өҫтөнә ҡойола. Тәрилкәгә, батмусҡа матур итеп өйөп ҡуйыла. Бер өйрәнһәң, һә, тигәнсе бешерәһең дә алаһың!!! Сәйҙәрегез сәк- сәктәр менән тәмле булһын!!!