Миәкә районы Тәүкәй-Ғәйнә ауылында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре мах...
Миәкә районы Тәүкәй-Ғәйнә ауылында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам күрһәтәләр. Ирекмәндәр төркөмөн Зөлфиә Рәис ҡыҙы Латыпова ойошторған: - Тәүкәй-Ғәйнә ауылының ун бишләп ҡатын-ҡыҙы, "көмөш ирекмәндәр", яугиҙарыбыҙға селтәрҙәр күрәбеҙ, кәбеҫтә тоҙлайбыҙ, медицина салфеткалары яһайбыҙ, сәк-сәк бешерәбеҙ һәм башҡа эштәр эшләйбеҙ. Яугирҙарыбыҙ иҫән һау әйләнеп ҡайтһын, - ти Зөлфиә Рәис ҡыҙы. Республика көнө алдынан улар махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәткән ярҙамы, фиҙакәр хеҙмәте өсөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының региональ башҡарма комитетының "Рәхмәт хаты"на лайыҡ булдылар.