#башдонъя#сер — 23 апреля 2026 г. в 04:45:18.040
#башдонъя#сер Северҙә эшләйем. Эш ауыр түгел посуда йыуам. Балалар ситкә киткәс өйҙә янғыҙ ултырмайым аҡса ла булыр тип киттем. Иремдән күптән айрылганмын. Шунда бер ир менән таныштым. Вахталарыбыҙ тура килгәс берберебеҙгә эҫенеп киттек. Ятаҡта бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Минен теләк шунда ҡалыу ине. Сөнки йәшәү унда барыбер яхшыраҡ. Бергә йәшәгәс балаларға ла әйттем. Улар ҙа ҡаршы түгел минен парымды тапҡанға ҡыуандылар ғына. Хәҙер матур итеп никах уҡыталар бит. Мин дә шулай тинем. Ир ҡаршы булып сыҡты. Сәбәбен әйтмәне муллаларға ышнамайым тип кенә ҡуйҙы. Ял еткәс бергә ҡайтайыҡ йә һинен районга йә минә тип ҡараным йөҙ сәбәбен тапты. Асыуланам да осрашҡас уны күрһәм тағы онотолам. Яңыраҡ унын хатыны барлығын белдем. Нимәгә йәшерҙен тиһәм һин минә кәрәк инен тей. Ә ул минен арттан йөрөй башлағанда тағы бер ир миңә ҡарай ине. Ул мына ысынлапта өйләнмәгән. Ә был мине айрылганмын тип алдап йөрөттө.Уға киткән ваҡытым йәл. Ярата инем хәҙер күрәлмайым. Хатынына барыһын да һөйләп биргем килә. Был ир әллә нисә һораны әйтеп кенә ҡуйма тип мин унын һайын һөйләгем килә. Миңә генә ҡыйын булырга тейеш түгел дә инде.

