#башдонъя#баҡса — 25 февраля 2026 г. в 04:30:28.252
#башдонъя#баҡса Иртә яҙҙан ҡар яуғанға тиклем сәскә атҡан львиный зевты иҫем китеп яратам. Бер йыллыҡ иҫ киткес матур сәскә. Уның төрлө сорттары һәм төҫтәре бар. Ошо мәлдә ултыртылған антирринум майҙа уҡ сәскә ата башлай. Ул ҡар яуғансы бер туҡтауһыҙ сәскә атып тик ултыра. Шуға күрә уны ултыртыу матур ғына түгел, ә отошло ла. Львиный зевтың орлоҡтарын тупраҡ менән күммәй, быяла йәки полиэтилен менән ҡаплап ҡуябыҙ. Ҡояш нурҙары тура төшкән ергә ҡуймағыҙ. 8-12 көндән үҫентеләр килеп сығасаҡ. Уның үҫентеләре бик оҙаҡ ҡалҡа. Шуға күрә уны бер айҙан һуң ғына һирәкләп ултыртабыҙ. Тупраҡҡа майҙың икенсе яртыһында, араларында 20-30 см ҡалдырып (сортына ҡарап), ултыртабыҙ.

