#башдонъя#дин — 18 февраля 2026 г. в 11:07:20.770
#башдонъя#дин Рамаҙан башланған беренсе кистә нимә эшләргә? ҺОРАУ: Сәләфтәрҙең (тәүге быуын мосолмандарҙың) Рамаҙан айы инеүе айҡанлы байрам-фәлән ойоштороуҙары тураһында нимәлер еткерелгәнме? Һәм, ғөмүмән, шәриғәт буйынса, был изге айҙың беренсе кисе инеүе айҡанлы нимәләр эшләү кәрәк һәм хуплана?️ ЯУАП: Шәриғәт буйынса эшләргә кәрәк булған нәмә – ул доға ҡылыу: "Аллааһүммә, әһилләһү ғәләйнәә биль-әмни үәл-иимәән, үә-ссәләәмәти үәл-исләәм, раббии үә раббүкә-Ллааһ, һиләәлү рушдин үә хайр". اَللَّـهُمَّ أَهِلَّهُ عَلَيْنَا بِالْأَمْنِ وَ الْإِيمَانِ، وَ السَّلَامَةِ وَ الْإِسْلَامِ، رَبِّي وَ رَبُّكَ اللهُ، هِلَالُ رُشْدٍ وَ خَيْرٍ Тәржемәһе: "Йә Аллаһ! Уны (яңы айҙы) беҙҙең өсөн именлек һәм иман, иҫәнлек һәм Ислам айы итеп күтәр! Минең хужам да, һинең хужаң да – Аллаһ, эй тура юл һәм яҡшылыҡ айы!" Ошолай итеп доға ҡылалар, һәм был "Истиһләл" ("Яңы айҙы күреү") доғаһы тип атала. Пәйғәмбәр ﷺ һәр яңы айҙы күргән һайын шулай доға ҡылыр булған. әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (3451), әд-Дәрими, "Сүнән" (1688), Әбү Дауыт, "Сүнән" (5092), Әхмәт, "Мүснәд" (1397), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Силсиләт әл-Әхәдиҫ әс-Сахихә", 1816). Шулай уҡ, Рамаҙан айын шатлыҡ, ҡыуаныс, ризалыҡ менән ҡаршы алыу, Рамаҙан төндәрендә тәрәүих намаҙында тороу, күберәк Ҡөрьән уҡырға тырышыу, [элекке гонаһтарың өсөн] күп итеп тәүбә һәм истиғфар ҡылыу, ваҡытты Аллаһҡа табыныуға арнау – шәриғәт буйынса, Рамаҙанда эшләнергә тейешле эштәр бына ошо. Уның беренсе кисенән алып һуңғы кисенә тиклем. Салих әл-Фәүзән шәйех

