Оҙаҡламай Алла бирһә, — 11 ноября 2025 г. в 11:40:49.908
Оҙаҡламай Алла бирһә, Һуғыш ҡапҡалары ябылыр. Еңеү килде тигән яғымлы һүҙ, Йөрәктәргә майҙай яғылыр. Яратышҡан йәрҙәр ҡауышып, Мәңгелек һөйөү яралыр. Яңы һулыш алып Ер Әсәм, Тыныслыҡ шәлен ябыныр. Оҙаҡламай Алла бирһә, Һуғыш ҡапҡалары ябылыр. Шул ҡапҡаны япҡан батырҙарҙы, Хөрмәтләп ҡаршы алыныр. Еңеү тигән йылы усаҡ, Йөрәктәрҙә дөрләп яғылыр. Бик күп Батыр исемдәре, Тарих биттәренә яҙылыр. Оҙаҡламай Алла бирһә, Күк йөҙөбөҙ аяҙыр! Рәшида Кужина.

