Буйында булған Айһылыу әллә нимәләр ашағыһы килеп йонсоно. Төнөн асығып уянды. Әммә бая... — 12 июня 2026 г. в 16:34:06.312
Буйында булған Айһылыу әллә нимәләр ашағыһы килеп йонсоно. Төнөн асығып уянды. Әммә баяғы ҡарт, тамаҡ һаҡлап, аш бүлмәһендәге урындыҡта йоҡлар булып китте. Ире ауыҙ асып бер яҡлай алманы. “Ярай, өндәшмәйек, ярай инде, ҡалайтаһың”дан ары китә алманы. Бер көн төшкә эштән ҡайтыуына урам баҡсаһында шаулап үҫкән сәскәләре ер менән уҡмашып ятҡанын күргәс, Айһылыу сыҙаманы, атылып өйгә килеп инде лә: —Ҡайным, ул сәскәләрҙең һиңә ни зыяны тейҙе, нишләп уларҙы ҡаҙып ташланың? Мин, етешкән ҡорһағымды һөйрәп тигәндәй йөрөп, сәскә сәстем, матур булһын тип уйланым! Һин...– Айһылыу күҙ йәштәренә быуылды. —Яп ауыҙыңды, ҡорсаңғы! Емеш биреп ултырамы әллә ул һинең ҡый үләнең?! Һинән кем сәскә һораны! Был– минең донъям. Теләйем икән ҡаҙам, теләйем икән сәсәм! Оҡшамаһа, ана, тыумаңды ал да, дүрт яғың ҡибла! —Минең балам тыума түгел, уның атаһы бар ине! —Булһа, ҡайҙа ул, күрһәт?! Тиматаңды эйәрт тә, скатерью дорога! Ҡәйнәһе бер нимә булмағандай, тәҙрә яғына ҡарап, сәй эсеүен белде. Әхмәт эштә. Был һүҙҙәрҙән һуң Айһылыу яҙа-йоҙа бер-ике әйберен йыйҙы ла, Мәҙинәһен эйәртеп, юлға сығып та китте. Оло юлға барып еткәнсе иланы ла иланы. Бахыр ҡыҙының аяҡтары ергә әллә тейҙе, әллә теймәне, ярһыған әсәһенең шытырлатып тотҡан ҡулына эленеп кенә китеп барған кеүек тойолдо. Зәкиә нишләптер ошо хәлде көткән кеүек, хатта аптыраманы ла. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-06-12/yattar-a-kitte-bit-4718332

