... Сәғәт телдәре киске бишкә яҡынлаған һайын ул йөрәкһеүенән ни эшләргә белмәй үрһәлән... — 12 июня 2026 г. в 11:34:14.992
... Сәғәт телдәре киске бишкә яҡынлаған һайын ул йөрәкһеүенән ни эшләргә белмәй үрһәләнде. Кейем шкафын бер асты, бер япты. Йә ашығып-ашығып кейем һайланы, йә ҡапыл ҙур көҙгөгә барып ҡапланды. Күҙ төбөңдә йыйырсыҡтары юҡмы, биттәре һулымағанмы, ирендәре яһил нәҙек түгелме?.. Танау япраҡтары эргәһенән ике юлаҡ һуҙылған. Ә был һул биттәге миң? Әллә йөҙөн таплап тора, әллә үҙенсәлек өҫтәй. Көҙгөләге шашып янған күҙҙәргә лә сәйерһенеп, үҙ-үҙен танымай текләп торҙо ул: ҡайҙа булған төплө, аҡыллы, һәр һүҙен үлсәп әйтер, һәр ҡыланышын әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләренә ярашлы ғына ҡылыр сабыр Нуралия? Гел тыныс, ышаныслы ҡараштарҙа шайтан бейей, алдағы осрашыуҙың ниндәйҙер башҡа, тейеш булмаған юлдан тәгәрләү мөмкинлеге йөрәкте түҙемһеҙләп ашыҡтыра. Күңелдең ҡайһылыр мөйөшөндә айыҡ аҡыл нуры сағылып ҡуя, ҡабаланмаҫҡа, уйланырға, сабыр булырға саҡыра. Әммә ҡараштарҙағы шайтансыҡтар уны бәйләнсек себенде ҡыуғандай сәбәләнеп ҡыуа: “Иртәгә, — тиҙәр улар. — Барыһы ла иртәгә! Үкенеүҙәр, оялыуҙар, күҙ йәштәре, Айға ҡарап олоуҙар — барыһы ла иртәгә!” Ә бөгөн ул йәшлек, матурлыҡ, мөхәббәт шарабын тилергәнсе, танһығы ҡанғансы уртлаясаҡ!.. *** ... Илерткес яҙ еҫенә баш әйләнә. Хәйер, баяғы ике-өс йотом ҡыҙыл шарап та үҙенекен эшләгәндер. Бер уй ҙа юҡ, тик еңеллек, рәхәтлек кенә. Күк тәгәсен биҙәп йымылдаған алыҫ йондоҙҙар ҙа хыял түгел — саҡ ҡына аяҡ осла, хәҙер осоп етәһең! Яҙғы һалҡынса төндә устағы ҡул йылыһынан бөтә тәнгә ипкен тарала. Түп-түңәрәк ай туңған ерҙең һәр бер суғырмағын яҡтыртҡан. Аулаҡ тыҡрыҡҡа боролоу менән быуылып торған хистәр даръяһы бөтә кәртәләрҙе йырып урғылды — етәкләшеп килгән ике һын бер-береһенә ташланды... сасҡауҙа сарсаған үләнгә шифалы дым килеп бөркөлдөмө? Ситлектә тыны тарыҡҡан меҫкен ҡошсоҡҡа азатлыҡ еле килеп бәрелдеме? Балалыҡтан яңы ғына сығып килгән үҫмер ҡыҙсыҡ шулай көтөп ала тәүге, иң тәүге, егет менән “ололарса” осрашыуҙы. Ирендәрҙең ирендәргә иң тәүге ҡағылыуы ғына шул дәрәжәлә тулҡынландырғыс, серле, татлы була. — Яратам... https://yaikrb.com/news/novosti/2026-06-10/lk-n-ye-hik-y-r-yl-sabitova-4716356

