Әхмәтйәнде яҙмыш иркәләмәне. Уға өс йәш тулғанда, әсәһе икенсе балаһын донъяға килтерә ... — 12 июня 2026 г. в 07:35:08.747
Әхмәтйәнде яҙмыш иркәләмәне. Уға өс йәш тулғанда, әсәһе икенсе балаһын донъяға килтерә алмай, вафат булып ҡуйҙы. Бала сағынан үгәй әсәй ҡулына ҡалды малай. Үгәй әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә, тигәндәренең дөрөҫлөгөн үҙ елкәһендә татып аңларға тура килде. Уларҙың Өҫкәлек буйындағы бер урамлы ауылының көтөүен алыусы булмай башланы. Мал күп булмағас, мәғәнәһе юҡ. Ауыл халҡы малды тәүҙәрәк алмашлап, аҙаҡ туған-ырыу, күрше-күлән үҙ малын ғына айырып көтөүгә күсте. Әхмәтйәнде алты йәштән көтөүгә ҡуйҙылар. Быға тиклем ул быҙау, ҡаҙ ғына ҡарай ине, хәҙер оло малға сират етте. Елкәһенә ныҡ тейҙе малайҙың, әммә ул түҙҙе. Түҙергә тура килде. Һигеҙенсене тамамлап, әҙерәк быуынға ултырғас та, Әхмәтйән Йылайыр яғына шылды. Механизаторҙар училищеһына барып инде һәм йыл ярым эсендә «киң профилле механизатор» танытмаһын алып ҡайтты. Йәшәү дәрте, эш ҡомары көслө ине уның – донъяны нығытырға, аяҡҡа баҫып алырға, кешенән кәм йәшәмәҫкә! Армияға эләкмәҫ борон уҡ өйләнде, ауылда бер әбейҙең буш торған өйөн йәшәрлек хәлгә килтереп алды. Ни тиһәң дә, үҙ мөйөшө. Кәләшен үгәй әсәй янына алып ҡайтҡыһы килмәне. Йәйен, ҡышын тракторынан төшмәне, һыйыр ҙа алып ебәрҙеләр. Кәләше лә сәмле, донъя көтөргә йәбешеп ята. Үҙенең кәсебе лә шәп – дебеттән йомшаҡ, ҡабарып торған шәл бәйләй. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-06-10/a-an-hik-y-4716353

