Бер ғибрәтле хәлде бәйән итмәксемен. Бынан бер нисә йыл элек бер апай һөйләне, гәзит ке... — 12 июня 2026 г. в 06:46:08.904
Бер ғибрәтле хәлде бәйән итмәксемен. Бынан бер нисә йыл элек бер апай һөйләне, гәзит кешеһеһең, берәй, бәлки, кәрәк булыр, тине. Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән бер ябай ауыл ҡатынының ҡыҙы ине ул. Үҙенең яҙмышын бәйән итте. Ғибрәтле, хатта аяныс ине уға насип тәҡдир. “Әсәйем , атайым беҙҙе, 4 балаһын ташлап икенсе ҡатын менән сығып киткәс, бөтә донъяның асыуын беҙгә төшөрҙө, ахыры. Көндәше менән ярышып, уғата сәмләнеп донъя көттө. Уға ла рәхмәт – бирешмәне, һынманы, яҙмыш һынауҙары алдында һығылып төшмәне. Беҙҙе кеше итергә, уҡытырға тырышты. Эш тураһында әйтеп тораһы ла түгел – беҙ эшләмәгән эш ҡалманы. Иң аяныслыһы, атай тигән кеше икенсе ҡатынына шул хәтлем әүрәне – донъяла 4 балаһы бар икәнлекте бөтөнләй онотто. Уның өсөн ят бауыр булдыҡ та ҡуйҙыҡ. Билдәле, донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Берәй проблема сыҡһа, эше алға китмәһә, әллә атайҙың үсен алып, әллә башҡа сәбәптән, әсәйем беҙҙе һыҙыра, унан да яманы: ”Ҡороғорҙар, йәлсемәгерҙәр, фәлән-фәләндең (атайымдың инде) эшкинмәгән көсөктәре”, - тип әрләй-ҡарғай ине. Ыҙалаһаҡ та, беҙ ҙә ҙурайҙыҡ. Тик әсәйҙең әр-ҡарғыштары төштө – ғаиләләге бер бала ла уңманы. Ҡустыбыҙ эсеп үлде, ағай ҡатынын айырып яңғыҙ ҡартайҙы, ике балаһын үҙенән алда ер ҡуйынына һалды. Беҙ, ике ҡыҙ ҙа, уңманыҡ - https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2023-08-12/ar-ysh-t-gel-al-ysh-yau-yrayy-3384218

