📍БЕР ТОРМОШ - ИКЕ ЯҘМЫШ — 18 июня 2026 г. в 14:51:09.926
📍БЕР ТОРМОШ - ИКЕ ЯҘМЫШ Буш шешәнең урыны сүплектә Үҙенең аяғына үҙе эләгеп саҡ атлаған, дөрҫөрәге ҡултыҡ таяғы булмаһа, бөтөнләй алға бара алмаған ирҙе һуңғы ваҡытта йыш күрәм. Беҙҙең өй ҡаршыһындағы магазинға һыра алырға йөрөй ул. Бына әле лә кибеттән сығыу менән һыраһын ишек тотҡаһына терәп асты ла, шунда уҡ бер нисә йотом эшләне, аҙаҡ уны кеҫәһенә тығып, алан-йолан ҡаранып алды ла, бер аяғына һылтаңлай-һикерә беҙҙең тәҙрә ҡаршыһындағы эскәмйәгә килде, шешәһен яңынан ауыҙына терәне. Йәйге селләлә һыуһыҙ йонсоған юлсы һымаҡ ҡомһоҙланып, бер тынала эсте лә, буш шешәгә ҡарап байтаҡ уйланып ултырҙы. Шунан уны эскәмйә артындағы ҡыуаҡ төбөнә ырғытты, һаман күҙен шешәнән алманы. Моғайын, ул үҙенең тормошон да ошо төҫһөҙ һәм буш шешәгә оҡшатҡандыр. Шайтан ҡотҡоһона бирелеп, эскегә һалышҡас, уны ла яҙмыш елдәре кәрәкмәгән әйбер һымаҡ сығарып ырғытты бит. Буш шешәнең дә, уны бушатҡандаң да урыны сүплектә тип юҡҡа әйтмәгәндәр инде. Рәзиф ағайҙың да магазин кәштәһендәге ошо күбекле эсемлек һымаҡ дәртле, шәп, матур саҡтары бар ине. Эшендә лә маҡтаулы булды, ғаиләһе лә күркәм ине. Тәү ҡарамаҡҡа ғына кәре бөткән, хәлһеҙ ҡарт кеүек күренә ул, ысынында иһә алтмыш йәшкә лә етмәгән. Күп эсеүҙән ҡан баҫымы ныҡ күтәрелеп, мейеһенә ҡан һауғандан һуң, бит мускулдары шулай йәмһеҙ булып ҡатып ҡалған да, йөҙөн сирылтып, йыйырсыҡ баҫҡан кеүек күренә... Дауамы ➡️https://kungak.ru/news/fate-life/2026-06-12/ber-tormosh-ike-ya-mysh-4717555

