— Әсәй, нишләп өндәшмәйһең? — тип Әлфиә туҡтауһыҙ сикәләрен еүешләп ҡыҙартып ташлаған к... — 2 июля 2026 г. в 11:44:08.872
— Әсәй, нишләп өндәшмәйһең? — тип Әлфиә туҡтауһыҙ сикәләрен еүешләп ҡыҙартып ташлаған күҙ йәштәрен, бысраҡ ҡойоло ҡулдары менән һөртөп әсәһенә ҡарашын ташланы. Ун ике генә йәшлек ҡыҙҙың күҙендә хәсрәт ине, әсәһенең килеп ҡосаҡлап уны йыуатыуын көттө, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы әсәһе: — Кит, уйлап сығараһың, һөйләмә миңә! — тип, сипаратын айыртыуын дауам итте. Шаҡ ҡатҡан ҡыҙ урынанан ҡуҙғала алмай бер аҙ тора бирҙе. — Нимәңде ҡарап тораһың, бар, эшлә! Күпме әйттем мин һиңә шул түтәлде утап бөтмәйенсә бер ҡайҙа ла бармайһың тип, ҡоромағыр бала, үҙәккә үткәрә, шул бер тутәлде күҙ йәше менән утай, үҙем сығып эшләйем хәҙер!- тип ишек яғына ынтылыуы булды. Әлфиә: — Юҡ, әсәй... — тип ҡурҡышынан барып ҡабаланып тиҙ генә йыуына башланы. — Мин бысраҡ түгел, мин таҙа, — тип көҙгөгә ҡарап үҙенә ҡабатланы ла, мунса яғына йүгереп китеп барҙы, күҙ йәштәре күҙҙәренә тула барҙы, тик ул уны күрһәтмәҫкә тырышты, атаһы күрһә һорар, һөйләһә өйҙән ҡыуып сығарыр. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-11-04/yep-e-yeple-hik-y-3994454

