✅Әллә биш, әллә алты вагон үткәс кенә ҡатынды тапты Сафия. Ул погонһыҙ китель кейгән ир... — 2 июля 2026 г. в 05:30:13.579
✅Әллә биш, әллә алты вагон үткәс кенә ҡатынды тапты Сафия. Ул погонһыҙ китель кейгән ир янында Сафияның малайын тотоп ултыра ине. Иң ғәжәбе һәм аңлашылмағаны шул: малайы рәхәтләнеп әлеге ҡатындың имсәген имә — имеҙгән һәр ҡатындың һөтө булған кеүек уның да һөтө бар икән дәһә! Сафия былар эргәһенә килде лә: — Баламды бир! — тине. Ҡатын Сафияға боролдо, ҡарашы бөтөнләй ят кешенеке, беренсе күргәндәге ише ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ине. Ирҙең ирендәрендә йылмайған төҫ сыҡты, әммә ҡарашы ҡаты һәм һынсыл. Ҡатыны иренә русса ниҙер әйтте, шунан Сафия яғына боролдо ла үкереп ебәрҙе: — Һиңә нимә кәрәк? — Баланы бир! Был минең бала! — Ни-мә-ә? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? — Баламды бир! Ҡатын, йылмайған төҫ сығарып, эргәһендәгеләргә ҡараны, йәнәһе, бындай ҙа оятһыҙлыҡты күргәнегеҙ бармы, көпә-көндөҙ минең бала тип ныҡыша. Әммә күршеләре өндәшмәне. — Был минең бала! — Иҫ киткес битһеҙлекте күреп, Сафия юғалып ҡалды, тулҡынлана башланы. — Һин бит, уны тотоп ҡына ҡарайым, иремә күрһәтәм дә килтерәм, тинең. Беҙ күрше генә вагонда, тинең. 👉👉👉https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-07-02/s-m-bala-4738918

