Бер танышым һөйләгән, бынан күп йылдар элек булған хәл — 2 июля 2026 г. в 05:22:07.999
Бер танышым һөйләгән, бынан күп йылдар элек булған хәл “...Ҡураныс ҡына кәүҙәле, бер аҙ көмрәйеп йөрөгән, күҙлеген һалмаған ағай бер ваҡытта ла һаулыҡ һорашмай һәм биргән һаулыҡты ла алмай торғайны. Йөҙөндә йылмайыу ғәләмәтен дә һирәк кеше күргәндер. Урамда үтеп барһа, күңелдә ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ тойғоһо тыуа, уны урап үтке килә. Ҡарттың ауылдағы даны үҙенсәлекле ине: бер аҙ сәйерерәк холоҡло булғанға ғына түгел, ә һәр ғәмәл буйынса ялыу яҙырға, тауыш ҡуптарырға яратҡанға, барлыҡ ергә ҡыҫылып йөрөгәнгә уны ситләп йөрөргә тырыштылар. Бәләһенән – биш аяҡ! Ә ауыл сходтарында ошо тәү ҡарамаҡҡа шым ғына тойолған һөмһөҙ ағайҙың ярһый-ярһый, төкөрөктәрен сәсеп, власть вәкилдәре йә ауылдаштары менән төрлө сәбәптәр буйынса нисек әрләшкәнен күрһәгеҙ! Ысынлап та, үтә сәйер әҙәм ине был ҡарт... Ауылдаштары уға береһенән-береһе яман ҡушамат таҡһа ла, йөҙөнә бәреп ҡаршы әйтергә шөрләйҙәр ине: сөнки иртәгә үк Дарман ҡарт берәй сәбәп табып (кем гонаһһыҙ был донъяла?) ялыу яҙып, йә гәзиткә, йә райкомға ебәрәсәк. Өлкәнерәк йәштәгеләр иһә уның тураһында тағы ла аяныслыраҡ ваҡиғаны хәтерләй ине. Дарман йәшерәк сағында күрше ауылдан йәш һәм бик сибәр ҡыҙға өйләнгән. Ҡуйы оҙон толомло, һомғол буйлы, асыҡ йөҙлө сибәркәй ошо ябыҡ, йәмһеҙ, холоҡһоҙ әҙәмгә кейәүгә нимә уйлап сыҡҡандыр, уныһы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ҡайһы берәүҙәр ҡыҙ ҡанһыҙ үгәй атаһынан ҡотолорға теләп ризалашҡан, тип тә һөйләне. Әммә халыҡта нимә тиҙәр әле: иртән уңмаһа, кис уңмаҫ, кис уңмаһа, һис уңмаҫмы?.. Дарман менән Миңлегөл тәүҙә арыу ғына донъя көтөп алып киткән. Йорт һалғандар, хужалыҡтарын теүәлләгәндәр. Бер-бер артлы улдары һәм ҡыҙҙары тыуған. Әйткәндәй, малай атаһына тартым ябыҡ һәм бәләкәс кенә булһа, ҡыҙҙары бәләкәстән һөйкөмлө һөйәк, әсәһенә оҡшаған, нур бөркөп торған бала була. Әммә ауыл өҫтөндә бер нимәне лә йәшереп булмай: Дармандың сибәр ҡатынын ныҡ көнләшкәнен, үтә һаран булыуын, өйҙә аҡсаны ғына түгел, аҙыҡты ла үлсәп кенә биреүен, ҡул күтәрергә лә оҙаҡ һорамауын ваҡыты-ваҡыты менән һөйләп алалар. Тик кеше тормошона кем ҡыҫылһын? Беләләр ҙә өндәшмәйҙәр... Бер мәл шулай был йортта өмә ойошторалар. Мунса күтәрергә тип ауылдың бер нисә ир-уҙаманын да саҡыралар. Ҙур эштән һуң табын ҡоралар. Иртәгеһенә иһә йортта янъял ҡуба: Дарман ҡатынын шул ирҙәрҙең береһенән көнләшеп, шул тиклем ныҡ итеп туҡмай, хатта башын ярғансы һуға. Был хәлгә шаһит булған бәләкәс балалар ҙа ҡурҡып, йәшенеп бөтә... Ошо хәлдән һуң Миңлегөлдөң хәле көндән-көн насарая бара, ул тормош мәшәҡәттәренә битарафҡа әүерелә. Дарман, уға табип саҡыртыу урынына, киреһенсә, “фәхишә”, “эшлекһеҙ” тип өйҙән ҡыуып сығара, балаларын күрергә лә ирек бирмәй. Бына шулай, яҡлар кешеһе булмағас, бер бәләнән ҡотолам тип күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан ҡатын тағы ла олораҡ бәләгә тарый. Оҙон толомдарын тағатҡан, бит-башы туҙған, күлдәгенең иҙеүе асылған, күҙҙәре тоноҡланып ҡалған, йә илаған, йә көлгән ҡатынды йыш ғына һыу буйында күрә башлайҙар, әммә һүҙ ҡушырға ҡурҡалар: кем белә уның башында нимә икәнен? Шулай көндәр үтә, бер мәл Миңлегөл ауылдан юҡ була. Кем, ҡасан, ҡайҙа алып киткән, ярҙам итеүсе табылғанмы – күптәр аңламай ҙа ҡала. Оҙаҡ йылдар үткәс кенә алыҫ төбәктәрҙән урыҡ-һурыҡ хәбәр килеп етә: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-09-26/ya-myshy-dy-abatlanym-r-nyem-s-y-3946674?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk

