Саҡ түҙҙе Асия. Бар сабырлығын төйнәп тотоп, көскә сыҙаны. Өйҙәгеләр менән хушлашып сығ... — 7 августа 2026 г. в 09:43:03.549
Саҡ түҙҙе Асия. Бар сабырлығын төйнәп тотоп, көскә сыҙаны. Өйҙәгеләр менән хушлашып сығып, машинаға ултырғас та эсендә ажғырған ярһыуын баҫырға тырышып көсәнде. Тик бер ҡайнап сыҡҡан һарыу тиҙ генә һыуынырға теләмәне. Шартлап ярылып, сәсрәп, ян-яҡҡа сәселеп киткеһе килде. Йәнәшәһенә ауыҙын йыя алмаҫтан көлә-йылмая инеп ултырып, ҡуҙғалғас та күңелле көй ҡуйып ебәргән иренә яндыраһынан ҡарап ебәрҙе. Тик тегенеһе был ҡарашты күрмәне лә, тойманы ла. Юлға ҡарап, һаман да ниндәйҙер күтәренке илаһи тойғоларынан арына алмай, күҙҙәрен иркә нурландырып килә. Был ҡатынды тамам сығырынан сығарҙы: – Тауышын яп! Былай ҙа баш ауыртты. Тик ире ишетмәй әллә. Үҙ уйҙарына сумған. Асия ынтылып, көйҙө һүндереп үк ҡуйҙы. Шул саҡ Тәлғәт тә уянып киткәндәй булып, ялп итеп ҡатынына һораулы ҡарашын күсереп алды. Уныһы: – Баш ауырта, тием бит, анау бер бала тауышынан, – тип ҡуйҙы. Ире ҡатынының хәлен әллә төшөнмәй, әллә төшөнөргә теләмәй, оторо һөйләне лә ҡуйҙы: – Бармаҡ башындай баланың шаярыуына ла башың ауырыһа инде. Ана, Гөлназ шуларҙың өсәүһе менән көнө буйы, бер ере лә ауыртмай. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/b-p-y-e-e-hik-y-mil-sh-a-armanova-4773884

