“Тереләй күмдегеҙ би-и-ит, сығарығыҙ мине-е-е!” – тип сүл бүреһеләй олоно Сәлим, таҡтал... — 24 августа 2026 г. в 05:35:10.126
“Тереләй күмдегеҙ би-и-ит, сығарығыҙ мине-е-е!” – тип сүл бүреһеләй олоно Сәлим, таҡталарҙы бармаҡтарын ҡанатҡансы тырнап. Ул инде йөрәк һуғыуын да, күңел болғаныуын да, баш сатнауын да онотто. Ирҙең күҙ алдында яңы ғына хасил булған ҡәбер, дүрткел өйөлгән дымлы тупраҡтан метр ярым аҫта, һалҡын ер ҡуйынында тере, әммә яҙмыш хатаһы буйынса һап-һау килеш сереүгә дусар булған кәүҙә. Гүр тынлығы ҡосағында уның кәүҙәһе! Үҙен йәлләне. “Бәлки зыяраттан ҡайтмағандарҙыр, хәйер таратып тораларҙыр, һуң булмаҫ борон тауыш бирәйем... А-а-а! Эһе-һе-е-ей!” https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-01-23/rm-kse-auy-hik-y-4094233

