Шул көндән алып хәҙер байтаҡ ғүмер үтте, ағай тейешле Ғәйфулла ла хәҙер гүр эйәһе. Зәйн... — 24 августа 2026 г. в 05:33:09.318
Шул көндән алып хәҙер байтаҡ ғүмер үтте, ағай тейешле Ғәйфулла ла хәҙер гүр эйәһе. Зәйнетдиндең еңгәһенә эйәләгәнен дә ауылда күптәр белә. Әсәһе менән атаһы был хәлде ишетеп, улдарын әрләп тә, ҡурҡытып та ҡараны, тик инде ныҡ эҫенеп өлгөргән егет бер нисә көн бармай түҙә лә, ҡараңғы төшөү менән тағы таныш йортҡа һыпырта. Тик шуныһы, еңгәһе һуңғы арала бал ҡойоуға әүәҫләнеп алды, үҙе һымаҡ яңғыҙ ҡатындар менән йыйналып ултырыуҙар ҙа йышайҙы. Зәйнетдин килһә, уны ла эсергә ҡыҫтай. Тәүҙәрәк баш тартҡыланы ла, яйлап ул да эсештерә башланы. Әллә ниҙә магазинға ҡыҙыл араҡы ла килтерәләр, шул ваҡытта бисәләр Сафураға йыйылып байрам яһай. Бындай ваҡыттарында Зәйнетдин еңгәһенә юлды онотобораҡ тора ла, аҙаҡ был хәл тағы ҡабатлана... Бер саҡ Сафураның әхирәте клубтан уны саҡырып сығарҙы: – Еңгә, минең теге һаҡлыҡтарҙы тиҙ генә бирә һал әле! – Ау, ҡәйнеш, тәки китәһе иттеңме ней, ҡуй инде һин аны? – Еңгәкәйем, инәйемә әйтеп ҡуйма инде, хуш булып тор, түҙәр хәлләрем ҡалманы ла, һаман да былай дауам итһә, бөтөнләй батам да был тормош батҡылына... – Аңлайым, ҡәйнешкәйем, дөрөҫ эшләйһең, эйе, былай барһа эштәр, ҡабаң шул ҡармаҡҡа... https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-21/kenes-rinat-sh-yb-kov-4789256

