Көнө буйы бил яҙмай баҫыуҙа эшләп арыған ағай-апайҙар, аяҡтарына ял бирергә ашыға. Мөхә... — 23 августа 2026 г. в 18:23:09.840
Көнө буйы бил яҙмай баҫыуҙа эшләп арыған ағай-апайҙар, аяҡтарына ял бирергә ашыға. Мөхәббәттә янып көйгәндәрҙе, һөйөү, наҙға тулы төн көтә, ә танауҙарына еҫ керә башлаған үҫмерҙәр аҡҡоштарға тиң, ғорур, матур ҡыҙҙар тирәһендә өйрөләләр. Зифа талдай һомғол буйлы, аҡ мәрмәрҙән ҡырып яһалғандай һылыу кәүҙәле ҡыҙҙар, яҙҙың тәүге сәскәләре кеүек шундай саф, наҙлы, хуш еҫлеләр. Шәүрә апаһының “кәләш ал” тип өйрәтеүе йөрәкте елкетә, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар уята. Байтаҡтан бирле ауылдың иң сибәр ҡыҙы йөрәгендә урын алған да ул. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-08-22/y-sh-k-s-4789062

