... Эштән арманһыҙ булып ҡайтҡан Мәликә ишекте шым ғына асып инде лә, ҡәйнәһенең күҙенә... — 23 августа 2026 г. в 19:00:22.395
... Эштән арманһыҙ булып ҡайтҡан Мәликә ишекте шым ғына асып инде лә, ҡәйнәһенең күҙенә салынмаҫҡа тырышып, алғы яҡтың бер мөйөшөн биләп торған шаршау артына сумды. Эше бигерәк ауыр шул, үтәнән-үтә ел өргән ҡурала һыуыҡтан ҡалтырашып торған ун бишләгән һыйырҙың еленен тартҡылағансы бармаҡтары, әйтерһең дә, боҙға әйләнә. Тәүге әтәстәр менән торғас, йоҡоһо ла туймай... Бәхеткә күрә, төпкө яҡта өс-дүрт әбей менән сәй эскән ҡәйнәһендә лә килен ҡайғыһы юҡ ине, ахыры. Уның ҡайтҡанын әллә абайламаны, әллә абайлаһа ла, ишетмәмеш-күрмәмешкә һалышты. Түҙмәне Мәликә, аҙ ғына йылынып алғандан һуң, аяҡ остарына ғына баҫып сығып, һыйырын һауып инде. Шулай ҙа әбейҙәр янына сәй эсергә инергә ҡыйманы, ҡабат шаршау артына инде. – Аһ-аһ, нишләп сәйгә ҡоҙағыйыңа ла әйтмәнең? Киленең дә күренмәй, һаман фермаһынан ҡайтып етмәнеме әллә? – урамдың арғы осонда үҙ көнөн үҙе күреп, яңғыҙ ғына йәшәп ятҡан Әминә әбейҙең тыныс ҡына әйткән һүҙҙәре ҡолағына салыныр-салынмаҫ ҡына ишетелһә лә, ҡәйнәһенең әйткәндәре Мәликәнең ҡолағын ғына түгел, йөрәген дә ярып үтте: – Йөрөйҙөр шунда һәлберәп, эшен эшләй алмай! Килен кеше – кәм кеше, алабайға тиң кеше! Аралашып йәшәрлек ата-әсәһе булһа ни арыу, ҡоҙағый тигән булып, йыйын хәйерсене түремә ултыртып, кеше көлдөрөп ултыраһым юҡ! Мәликәнең битенә бер биҙрә йыуынты һыу һиптеләрме ни?! Быға тиклем ҡәйнәһенең үҙен һанламауы, әленән-әле кәмһетеүе үҙәгенә үтһә лә, кеше алдында ул тиклем дә түбәнһеткәне юҡ ине әле. сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-02-19/m-lik-3140503

