Тәрән итеп көрһөндөм. — 23 августа 2026 г. в 10:57:28.655
Тәрән итеп көрһөндөм. – Кисәге төштө ҡабат күрермен тип, йоҡларға ҡурҡаһығыҙмы әллә? – шулай шаяртты минең көрһөнөүҙе ишеткән Ильяс Фәритович. – Мин ул төштө оноттом даһа, – тип яуапланым да һорай ҡуйҙым: – Һеҙгә унда һыуыҡмы әллә? – Саҡ ҡына бар, – тип көлдө Ильяс Фәритович. – Нисауа, мин хәрби кеше, түҙергә тейешмен. Бындай ғына хәлдәрҙә булған бар, үлмәм. – Түҙергә кәрәкмәй, – тинем дә бойорҙом: – Әйҙә, минең янға керегеҙ. – Юҡ, юҡ, – тип уңайһыҙланды ул. – Двигателде ҡабыҙайым да салонды йылытайым, булмаһа. – Шунан газға тонсоғоп үләйекме? Йә, йәһәт кенә кереп ятығыҙ! Мин һеҙгә бойорам. Хәрби кеше булараҡ, бойороҡто үтәргә тейешһегеҙ. Унан килеп, миңә лә һыуыҡ. Ильяс Фәритович теләр-теләмәҫ кенә минең янға кереп ятты. Хатта тын алышы ла ишетелмәне. Көслө, сибәр, артыҡ ҡартаймаған мыҡты ирҙең йылыһын тойҙом, тәнем дә, йәнем дә имшене, майҙай ирене, яйлап ҡына уны үҙемдең йылым, тыным, ҡулдарым, ниһайәт, аурам менән солғаным. Күптән, бик күптән үҙемде ҡатын-ҡыҙ итеп тойғаным юҡ ине, ә ниндәй ләззәт икән был! https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-23/ya-yz-in-b-re-4790345 Әҫәрҙең башы ошонда👇 https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-20/ya-yz-in-b-re-4788243

