Көн үтә болоҡһоу бөгөн. Иртәнсәктән башлап ваҡ-ваҡ ҡына ямғыр тамсылары һибәләй. Ә миңә... — 23 августа 2026 г. в 10:33:08.538
Көн үтә болоҡһоу бөгөн. Иртәнсәктән башлап ваҡ-ваҡ ҡына ямғыр тамсылары һибәләй. Ә миңә тәбиғәттең был күренеше ҡамасауламаны, ғәҙәтем буйынса, үҙем йәшәгән урам буйлап йәйәүләп йөрөп килергә сыҡтым. Ашығырға түгел. Ял. Байтаҡ ҡына йөрөп ташлағанмын. Ҡайтыу яғына ыңғайлап, өйөм тапҡырына ғына боролғайным, кемдер исемем менән өндәште. Исемем һирәкбулғанлыҡтан, миңә өндәшкәндәрен белдем дә ҡайырылып ҡараным. Минән байтаҡ йәшерәк бер ҡатын тора ине. “Ни эшләп исем менән генә өндәшә икәнбыл йәш кеше?” – тип аптырабыраҡ ҡараным. Таныманым. – Таңһылыу, әллә танымайһыңмы? Сәлимә бит мин. Курсташың... Аптырап киттем. Минең курсташ ҡыҙҙар бит төҫкә-башҡа кәмендә минең кеүектәр. Ҡайһылары хатта олораҡ та ҡиәфәтле. Ә Сәлимә йәп-йәш күренә, минең студенткалар һымаҡ ҡына. – Һаумы, Таңһылыу! – тине ул, шул тиклем һағыныулы яғымлы тауыш менән. – Ҡалай ғына яҡшы булды осратыуым. Ваҡытың булһа, әйҙә, кафеға инәйек. Һөйләшеп ултырырбыҙ... – Бындай осрашыу өсөн ваҡыт табам, әлбиттә, Сәлимә! Бик уңайлы тура килде. Кисә генә ауылдан килдем. Аҙыраҡ ял итеп ал, тип апайым балаларымды алып ҡалды. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-21/yylmayyu-hik-y-g-lnur-bura-aeva-4789234

