Игеҙәктәр (хикәйә) — 30 августа 2026 г. в 06:02:08.915
Игеҙәктәр (хикәйә) Бер нисә тиҫтә йыл элек ҡалаларында булып үткән был ваҡиға тураһында Стәрлетамаҡтарҙың байтағы хәбәрҙарҙыр, моғайын. Сөнки ул хикмәтле лә, тетрәндергес тә булып, халыҡ араһында тиҙ таралыусан хәбәрҙәрҙән ине. Мин дә был ваҡиға хаҡында ишеткәс, илатырлыҡ һинд киноһын ҡарап сыҡҡан кешеләй, оҙаҡ ҡына унан алған тәьҫораттарға бирелеп йөрөнөм. Миңә килеп еткәнсе ул бәлки ҡуйыртылып, ысынбарлыҡтан аҙмы-күпме ситләшкәндер ҙә, әммә уның нигеҙендә булған хәл ята һәм ул конкрет кешеләр яҙмышын һүрәтләй. Зәлифә апай ҡыҙын бер яңғыҙы үҫтерҙе. Тормоштары бик еңелдән булмаһа ла тапҡан-таянғанын Зәлиәһенә тотоноп, уны башҡалар алдында кәм-хур итмәй тәрбиәләргә тырышты. Уныһы ауылда һигеҙенсе класты тамамлау менән ҡалаға юлланып ашнаҡсы һөнәренә уҡырға керҙе. https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-08-29/ige-kt-r-hik-y-4796360

