... Беҙ, бер көтөү ҡыҙ, еңгәгә эйәреп,ҡойо башына һыуға барҙыҡ. Өҫтөнә килешле көҙгө п... — 29 августа 2026 г. в 18:00:19.298
... Беҙ, бер көтөү ҡыҙ, еңгәгә эйәреп,ҡойо башына һыуға барҙыҡ. Өҫтөнә килешле көҙгө пальто, башына ҡырыныраҡ ҡуйып берет, матур төҙ аяҡтарына капрон ойоҡ кейгәйне еңгә. Мин тәү күргән беретты, моғайын, үҙе бәйләгәндер. Шундай һыуыҡта капрон кейгәненә лә, өшөмәйме икән ни, тип аптырағайным. Пальто салғыйҙары һирпелеп киткәндә, тубыҡ тирәһенән торған аҡ күлдәге күренеп ҡала Асия еңгәнең. Ә сибәрлеге, һөйкөмлө йөҙө! Кем әйтмешләй, “ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ”! Йырҙа йырланғанса тура килеп тора: “ай тыуғанда тыуҙың мәллә, ҡашың ҡара ҡыйғас ҡош”? Күҙеңде саҡ ҡына секерәйтеберәк ҡараһаң, нәҙек кенә һыҙылып киткән ҡаштары бейеккә икеһе ике яҡҡа осоп киткән ҡош ҡанаттарын һынландыра. Ҡуйы оҙон керпектәренә йәшеренгән һөрмәле ҡара күҙҙәренән моңһоулыҡ бөркөлгәндәй. Түп-түңәрәк аҡ йөҙө, һыуыҡҡа сыҡҡас, ҡыҙарып алланған бит остары уны тағы ла һылыуыраҡ итә. Көйәнтәне һәлмәк кенә бәүелтеп, күнәктәге һыуҙың тамсыһын да ергә түкмәй ҡайтып килгәндә, бер көнбағыштың ҡап-ҡара ике ярсыҡ ҡабығы һыуға килеп төштө. Әллә нисек булып китте күңелгә… Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-12/ya-mysh-ishara-ymy-bul-an-h-l-z-lif-yanysheva-4772273

