- Ныу ҡотто алдың, дуҫ кеше! - Ниндәйҙер таныш булмаған тауышты ишетеп, күҙҙәрен асты Ғ... — 4 сентября 2026 г. в 04:52:08.689
- Ныу ҡотто алдың, дуҫ кеше! - Ниндәйҙер таныш булмаған тауышты ишетеп, күҙҙәрен асты Ғәлимйән. Эргәһендә оло йәштәрҙәге аҡһыл йөҙлө кеше баҫып тороуын күргәс, аптырауы тағы ла артты. - Ярай ваҡытында килтереп еткергәндәр. Хәлең бик хөрт ине бит, беҙ бальниста. Минең исемем Әлтәф, - тине. Палаталаш бик ипле, яйлы әҙәм булып сыҡты. “Инсульт” тигән мәкерле сир аяҡтан йыҡмаһа, былай тик ятып түҙә торған кешеме инде Ғәлимйән. Тынғы белмәҫ йөрәге күптән уны әйҙәләп, ҡайҙалыр алып китер ине. Өйрәнгән ул шулай төрлө ерҙә эшләп. Көтөп торған кешеһе, йыйған малы, үҫтерер балаһы булмағас, ҡайҙа яҡшы - шунда йәшәп өйрәнгән инде. Хәйер, уның ҡалала бынамын тигән фатиры, ауылында өйө лә бар. Ҡайтҡаны юҡ ауылына... Унда ҡайтһа, иҫтәлектәр яңырыр, йә тик торғандан выжданы ғазаплай башлар тип ҡурҡа. Тик олоғая барған һайын бала саҡ, йәшлек йылдары нығыраҡ иҫкә төшә. Шағир бындай хәлде “ностальгия” тип атар ине. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/y-k-ashy-4801028

