ТҮҘ, БАЛАҠАЙЫМ, ТҮҘ ИНДЕ. — 12 сентября 2026 г. в 08:02:23.676
ТҮҘ, БАЛАҠАЙЫМ, ТҮҘ ИНДЕ. Хикәйә. Ҡапыл ғына күңеле болоҡһоно Йәмиләнең. Балалар йорто тәҙрәһенән алыҫҡа бағып, моңһоуланып ҡарап торҙо ла, кеҫәһенән инәһе яҙған яуапты алып, күҙе йәшләнеп уҡырға тотондо. Әүәлерәк: “Бында башҡаса түҙер әмәлем ҡалманы, ныҡ йәберләйҙәр, ауылыма ҡайтайым, инәкәйем”, – тип хат ебәргәйне. Мәгәр инәһе уның бәләкәй туғандарының хәлен аңларға, сабыр булырға, түҙергә өгөтләй: “...Балаҡайым, бәғеркәйем, иҙән йыуыусы булып ҡына эшләп, аҙ ғына эш хаҡына нисек итеп кенә бөтәгеҙҙең дә тамағын туйҙырайым да, нисек итеп кенә өҫ-башын бөтәйтәйем. Аңлайым, ситтә, ете ят араһында ауырҙыр, ҡағаларҙыр, һуғаларҙыр. Әҙәм яман шул хәҙер. Әммә балалар йортонда һине түләүһеҙ ашаталар, кейендерәләр. Мәктәпте тамамлағас, берәй училище-маҙарға инерһең, стипендия алып уҡырһың. Тағы ла бер йыл түҙ инде, балам, зинһар өсөн, түҙ! Инде нисә йыл түҙҙең...” Шул саҡ йөрәген ҡалтыратып, өлкән тәрбиәсе Сирбай Ҡарағоловтоң ҡотһоҙ тауышы яңғыраны: https://ashkadar.com/news/azabi/2026-09-11/t-bala-ayym-t-inde-hik-y-4809641

