Нәзифәгә, улыҡайының бәләгә тарыуын ошондай ҡиәфәттә һөйләһәләр. Бына әкәмәт – тип ышан... — 11 сентября 2026 г. в 10:52:24.099
Нәзифәгә, улыҡайының бәләгә тарыуын ошондай ҡиәфәттә һөйләһәләр. Бына әкәмәт – тип ышанмаҫ ине биш йыл элек. Бәлә микән һуң ул? ...Ә хәл-ваҡиғалар ышандырҙы. Яйлап кәрәкте бирҙе генә. Аҡтан–аҡ, пактан-пак ҡына барһа ине тормош ҡуласаһы. Язмыштарҙан-уҙмыш юҡ шул. Әйтелеше матур һүҙ менән атала - яҙмыш. Атай-әсәһе, өләсәһе менән күңелле итеп үҫте Нәзифә. Бәләкәйерәк саҡта, эйй, сабырһыҙланып еңешеп һөйләшәләр ине өләсәһе менән. Нәзифә, үҙенекен тылҡый. Өләсәй, үҙ яғын ҡайыра. Кемдәр, өләсәй менән бәхетле баласаҡ кисергән аңлар. Йәнәһе лә, тәртипле булып,ваҡытында уҡып, арыу ғына егеткә тормошҡа сыҡһаң. Яҙмыш еңелә лә ҡуя йәнәһе. Ней йөҙө менән ауырлыҡтар һалһын ул, Нәзифәгә? Көн дә тейерлек булмаһала,тормош тәжрибәһен һәр ваҡыт бүлешер ине яҡыны. Ул саҡта, 14-15 йәштәр тирәһе булғандыр. Урта мәктәпте тамамламаған ине әле. Ә, Бибисара ҡарсыҡтың үҙ көйө. Балаһының-балаһы татлы емеш. Күргән-белгәндәре менән ҡурсалап маташа килде. https://yaikrb.com/news/9maya%20-%20Pobeda/2026-09-03/a-tan-a-paktan-pak-4801381

