Үҙем бер ваҡытта ла сихырсыларға, боҙомсоларға йөрөмәнем, ҡыҙыҡһынманым, ышанманым. Мин... — 11 сентября 2026 г. в 15:08:20.612
Үҙем бер ваҡытта ла сихырсыларға, боҙомсоларға йөрөмәнем, ҡыҙыҡһынманым, ышанманым. Мин Аллаһҡа ғына ышанам, балалрымды ла шуға өйрәтәм. Әсәйем беҙгә: «Урамға сыҡҡас тирә-яғығыҙға ҡарағыҙ. Кеше килһә, үткәреп ебәрегеҙ, юлы уңмаһа, һинән күрер», – тип өйрәтте. 1956 йылдың июнь айында күрше ауыл егетенә тормошҡа сыҡтым, был көн сәфәр айының шәмбеһенә тура килгән көн ине. «Айың сәфәр булмаһын, көнөң шәмбе булмаһын», – тиҙәр бит. Беҙҙе оҙата барған апайым, хәйерле юл теләп, ауыл башында төшөп ҡалды. Беҙ ауылға килеп кергәндә төн уртаһы яҡынлашып килә, халыҡ йоҡлай, бер тауыш та юҡ ине. Йортҡа килеп етәрәк, күршеләрҙең ҡапҡаһынан кемдер сығып ҡараны. Беҙ машина меәнн яҡынлашыуға бер ҡатын йүгереп сыҡты ла, машина алдына бер биҙрә һыу һибеп, кире инеп китте. Икәүләшеп аптырап ҡалдыҡ, әллә нимәшләп киттек. Күңел төштө, нимә булғанын да аңламай ҡалдыҡ. Әллә юрый шулай эшләнеләрме тигән уй ҙа булды. Өйгә индек, матур итеп ҡаршы алдылар. Иртәгәһенә никах уҡыттыҡ. Ҙур итеп ҡунаҡ йыйҙылар, кейәү мунсаһы яҡтылар. Әсәйемде лә алып килдек. Ул мунсаға йыуынырға китте. Бер аҙҙан артынан барҙым - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-03-27/sihyr-bo-om-tura-ynda-4174120

