Беҙҙә элек бер малай (хәҙер ул апа мәрхүм инде) атаһы менән Мәғниткә барып ҡайтҡас, апт...
Беҙҙә элек бер малай (хәҙер ул апа мәрхүм инде) атаһы менән Мәғниткә барып ҡайтҡас, аптырап һөйләй, ти: "Урыҫтарҙың бәләкәй генә балалары ла русса һөйләшә белә икән дә!" Александр Розенбаум бер сығышында: "Мин һуңғы ваҡытта ниндәйҙер юғары көстәрҙең барлығына ышана башланым. Бына, анекдоттарҙы алығыҙ, уларҙы берәү ҙә махсус яҙмай, ә улар әллә ҡайҙан барлыҡҡа килә һәм йәшәй", - тип әйтеп ҡуйҙы. Юморһыҙ йәшәп булмай был тормошта. Йәшәп булалыр, ләкин ул йәшәүме икән? Ниндәй генә ауыр ваҡыттар булмаһын, шуҡлығын, шаянлығын юғалтмаған әҙәм балалары. Үтә етди кешеләр ауырыраҡ ҡабул итә шаярыуҙы, хатта аҡылһыҙлыҡҡа һанағандар ҙа юҡ түгел. "Юморһыҙлыҡ аҡылһыҙлыҡҡа тура пропорциональ", ти торғайны билдәле психолог мәрхүм Вадим ағай Сафин. Йәшәйек! Һүҙ Әбйәлил районы Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге "Йәйғор" әҙәби берекмәһе ағзаларына. Сәфинә Әхмәтова: Беҙҙең ауылдан бер ағай кәләше менән городҡа (әбйәлилдәр Магнитогорскиҙы шулай атай) картуф һатырға барған. Һатып алыусылар аҙ булғас, ир кеше ҡала буйлап йөрөп килергә булған. Килеүенә байтаҡ кеше сиратҡа баҫҡан. Ҡатыны эргәһенә үтәйем тиһә, мәрйәләр быны үткәрмәй, ти. - Эй, черномазый, куда лезешь? Оптом покупаете, потом нам же втридорога продаете! - тип әрләп ташлағандар хатта. - Мин её муж, - тип әйтеп тә ҡараған, үткәрмәгәндәр барыбер. Ҡарағусҡыл йөҙлө башҡорт булһаң, шулай ҙа була икән. Исмәғзәм Исмәғилев: Ике башҡорт әлеге лә баяғы Мәғнит урамы буйлап китеп барһа, ҡаршыларына бер негр осраған. Тау институтында уҡыған студент булғандыр, күрәһең. Береһе икенсеһенә әйтә ти: - Ҡара әле, ҡара, һинән дә ҡарараҡ кеше бар икән дә! - Үҙеңде бел, - тигән була ти икенсеһе, - уның алдында беҙ ҡарһылыу һымаҡ. Айһылыу Хәсәнова: Кәртүк тигәндән, беҙҙә бер кеше Ҡәҫтәрәм ағайҙан кәртүк алып, баҙарға киткән. Мәрйәләр картуфты улай-былай әйләндергеләп ҡарайҙар, әммә алырға ашыҡмайҙар икән. - Ҡайҙан алып килдең, кемдән? - тип төбәшәләр, ти. Был: "Кастарамский", - тигән икән, "О-о, Кострома", - тип сират баҫып алып бөткәндәр. Исмәғзәм Исмәғилев: Вьетнамдар цирк эргәһендәге баҙарҙа үҙ тауарҙарын һата башлаған мәл. Урыҫса бөтөнләй белмәйҙәр, ни һораһаң да, "тысяся-тысяся", тип тик торалар. Берәү юрамал: "Давай, за полторы тысяча куплю", - ти. Тегеләр: "Нее, тысяся-тысяся", - тиҙәр. Сәфинә Әхмәтова: Бер әбей баҙарға һатынырға барған. Тауары шул ауылса инде: йомортҡа, һөт һәм бер әтәс. "Курица почем?", тип һораһалар: "Это не курица, курица дома. Это муж курицы", - тигән була, ти. Мөнирә Кирәева: Урыҫтар Ирәндеккә күтәрелергә юлды белмәй, көтөүсенән һорашҡандар. Теге ҡапыл ғына ниcек аңлатырға белмәй, "Ирандык надо подымать", тигән дә ҡуйған. Мөнирә Кирәева: 75-се ҡоролоҡ йылында колхозсылар Украинаға барып, һалам бәйләнеләр. Таҡһырҙан бер ағайҙы бригадир итеп ебәргәндәр. Ашханала, сиратҡа баҫып, үҙ кешеләренә ашарға үҙе алып бирә икән. Аш ебәреп тороусы хохлушка: "Скильки вам?", - тип һорай икән. Аптырауға ҡалған ағай: "Мне без кильки", - тип яуаплаған. Ҡатын тағы һораған. Яуап шул уҡ. Сират ҙур, тиҙерәк ебәрер кәрәк. "Ну, скильки вам?", - тип тауыш күтәргәс, ағай: "Ладно, айда, с килькой", тип яуаплаған. Айһылыу Хәсәнова: Ун йыл элек урыҫтарҙан ҡоҙоҡ ҡаҙҙырабыҙ. Төшкә тауыҡ бешерҙем. Урыҫ тотто ла: "Это гусь?"- тип һораны. "Нет, птица", - тинем. "Курица - не птица", тигәнде ишеткән бар бит инде. Хәҙер "Не гусь, а птица", тигәнем лаҡап булып ҡалды. Сәфинә Хәкимова: Бер ир Асҡарҙағы магазинға ингән. Һатыусыһы мәрйә икән. Сираты еткәс, ҡаушап ҡалған ир: "Курить купили?" - тип һораған. Мәрйә асыуланып: "Что надо?" - тигәс, был тағы: "Курить купили?" - тип һораған. Сираттағылар шаулаша башлағас, ир оялып сығып киткән. "Курить дайте", - тип һорарға онотҡан, бахыр. Исмәғзәм Исмәғилев: Студент саҡта мунсанан ҡайтып киләбеҙ. Йыуынып ҡайтып килгәндәр башҡала Показать полностью...