Ҡайҙан әйткән көнгә төштөм! Китте һылыуым миңә теләһә ниндәй һүҙ ташлап, 12 йәшкә кесем...
Ҡайҙан әйткән көнгә төштөм! Китте һылыуым миңә теләһә ниндәй һүҙ ташлап, 12 йәшкә кесемен, алдымда иң ҙур апайым бит әле, тип уйлау ҙа юҡ. Хатта шуға барып етте: “Үҙ өйөмдә мин үҙем хужа, нимә эшләргә, нисек һөйләргә үҙем белермен. Һинең өйөң түгел, ҡыҫылышың булмаһын! Эшеңде бөт тә һыпырт бынан!” – тағы әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп бөттө. Минең дә түҙемем сигенә сыҡты, енем ҡуҙғып, арҡанлап тыйып тотҡан тәбиғәтем ажғырып килеп сыҡты ла һылыуым менән кейәү өҫтөнә ябырылды. Уларға зыян килтермәҫ өсөн мин яңы ғына эшләп бөткән, әле кибеп тә өлгөрмәгән мейесемде ҡулымдағы балтам менән емерә, ҡыйрата башланым. “Һеҙҙең өйөгөҙгә дәғүә иткәнем дә юҡ, кәрәкмәй ҙә. Үҙеңдең дә был өйгә башың инһә, артың инмәгән, хужа булып хәбәр һөйләһәң дә, һинеке түгел, совхоздыҡы. Бына һиңә өй, бына һиңә мейес, ҡулыңдан килһә, үҙең сығар ҙа ал! Кешенең ҡәҙерен белмәһәң, башҡарған эшкә шөкөр итмәһәң, ошо һиңә таман! Телеңде самалап асырға һабаҡ булыр!” – тип һөйләнә-һөйләнә мейесте емереп бөтөп, ер менән тигеҙләп, тапап, иҙеп, балтаны бар көсөмә иҙән уртаһына ҡаҙап, ишектәрен шарт ябып, ялпылдап ҡайтып киттем. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-07-21/shul-sa-ta-s-yemde-uyla-amsy-4319856