Былай була ул хәл. Һуғыштан алдағы йылдарҙа, буғай. Йәш бала тапҡан ҡатын эшен саҡ бөтө...
Былай була ул хәл. Һуғыштан алдағы йылдарҙа, буғай. Йәш бала тапҡан ҡатын эшен саҡ бөтөп (элек бит инде яңы бала тапҡанмын тип һаҡланыу ғәләмәте юҡ, йөклө саҡта ла, йәш имсәкле бала менән дә эш өҫтөндә йөрөгәндәр) эңер төшкәс кенә ире менән мунсаға бара. Арыуы еткән ҡатындың яйлап мунса ингеһе килә, ире иһә йыуынып бөтөп, ҡайтып та китә. Шәм яҡтыһындағына ҡатын яңғыҙы ултырып ҡала. Бер заман оҙон һары сәсен икенән ярып тороп үргән ике ҡыҙ йылмая-көлә мунсаға килеп инә. “Апай, йонсоғанһың бит, ҡана, бағайыҡ үҙеңде. Арҡаңды ла һылайыҡ, сабындырайыҡ”, - тип береһе ҡатындың арҡаһын майлай, икенсеһе үҙе менән индергән ҡайын миндек ебетә. Йонсоған йәш балалы ҡатынды ҡыҙҙар йыуындырып, майлап, сабындырып, сәсен тарап, кейендереп, икеһе ике яҡтан ҡултыҡлап өйөнә алып барып ҡуя. “Мунса яҡһағыҙ, тағы килеп бағырбыҙ, тик беҙҙең килгәнде берәүгә лә әйтмә”, - тип хушлашалар. Иртәгәһенә лә был ҡатын иренән мунса яҡтыртып, яйлап йыуынып алайым тип, яңғыҙы китә. Күп тә үтмәй теге һары сәсле йәш ҡыҙҙар ҙа килеп инә. Береһе арҡаһын майлай, береһе йыуындыра, сабындыра. Йонсоуы еткән ҡатын риза булып ҡабул итә уларҙың бағыуын. “Апай, һабынды ғына алып бир әле”, - тигәнгә ынтылып һабынды алып бирәйем тиһә, уныһы тайып, ҡулынан төшөп китә. Йәш ҡатын “Бисмилла” тип иҙәнгә төшкән һабынды алырға үрелгәндә https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-10-15/h-r-f-tle-don-ya-4428693