Иренән айырылғас Гөлсөм ике балаһын яңғыҙ үҫтерҙе.
Иренән айырылғас Гөлсөм ике балаһын яңғыҙ үҫтерҙе. Ғорур булды, алиментҡа бирмәне. Бер туҡтауһыҙ эш алыштырған йә айҙар буйы эшләмәй ятҡан иренән ярҙам көтөп булмай. Бәхетенә күрә ике балаһы ла тырышып, юғары стипендия алып уҡыны. Улы эшләп уҡыны, уны мәшәҡәтләмәне. Ҡыҙы егерме бер йәшендә ҡала егетенә кейәүгә сыҡты. Туйҙы Өфөлә кафела үткәрҙеләр. Хәҙер ике ейәне үҫеп килә, кейәүе уңған. Ипотекаға фатир алдылар, бер-береһен ҡәҙерләп татыу йәшәйҙәр. Улы, егерме алты йәше тулырға бер аҙна ҡалғас, ҡунаҡ алып ҡайтасағын хәбәр итте. Ҡатын төрлө тәмлекәстәр бешереп көттө улын, уның дуҫ егеттәрен. Тик улы дуҫтарын түгел, таныш булмаған ҡыҙҙы эйәртеп ҡайтып инде… https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2024-02-18/g-ls-m-3647495