«Берҙән-бер ыңғай сифатым – эшһөйәрлек» (Нәзир Ҡолбахтинға 85 йәш )
«Берҙән-бер ыңғай сифатым – эшһөйәрлек» (Нәзир Ҡолбахтинға 85 йәш ) Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин – танылған тарихсы, тарих фәндәре докторы, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреү почетлы работнигы. Уның фәнни темаһы – Башҡортостанда XVIII быуатта социаль-иҡтисади һәм сәйәси тарих. Хеҙмәттәре тау сәнәғәтенең үҫешенә, урындағы халыҡтың 1767—1769 йылдарҙа Уложение комиссияһында һәм 1773—1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуына арналған. 350 фәнни эш, шул иҫәптән 20 монография һәм дәреслектәр авторы. Нәзир Мырҙабай улы ошо көндәрҙә ҙур юбилейын билдәләй. Хөрмәтле ғалим һәм тынғыһыҙ авторыбыҙҙы байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Сайтта: https://vatandash.ru/articles/obshchestvo-/2026-09-17/ber-n-ber-y-ay-sifatym-esh-y-rlek-n-zir-olbahtin-a-85-y-sh-4815737