ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР! Миләүшә Арыҫланова был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә йәшләй төшөнә Уҡытыусылар көнө – һәр кемгә ҡағылышлы байрам. Ҡайһы берҙәрендә ул гөлләмәләр һәм мәктәп концерттары менән бәйле, башҡаларында яратҡан уҡытыусыһына рәхмәт белдереүгә ҡоролған, күптәр уны йылдар үткәс белдерә. Рәсәйҙә ул 5-се октябрҙә билдәләнә һәм 2026 йыл да был осраҡтан ситтә ҡалмай. Һөнәри байрам булыуға ҡарамаҫтан, ул өҫтәмә ял көнө түгел –уҡытыусылар уны эш урындарында ҡаршы ала. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Миләүшә Сынбулат ҡыҙы АРЫҪЛАНОВАны ла беҙ тап эш көнөндә тап иттек. Әйткәндәй, осрашыу сәбәбе һөнәри байрам айҡанлы ғына түгел ине... https://ashkadar.com/articles/ala-m-uny-keshel-re/2026-10-05/i-ur-b-l-k-mer-4835923