ҠАНАТҺЫҘ ҠОШ БАЛАҺЫ
ҠАНАТҺЫҘ ҠОШ БАЛАҺЫ Күптән тышта йөрөй Салауат. Тамам өшөнө, туңды инде. Сыҡҡас та епшек ҡар менән әрһеҙ уйнап ташлағайны шул. Бейәләйҙәре һығып алмалы булып һыуланды, ботинкалары дым тартып ауырайҙы. Башта тирләткән булһа, хәҙер килеп һыуланған эске кейемдәр арыҡ тәндең бар ғына йылыһын һурып торҙо. Көн үҙәгендә алдатып ҡына йылмайған ҡышҡы ҡояш наҙына ышанып йоҡа куртка ғына кейгән булһа, ҡапыл һалҡынайтып, әсе ел сыҡты ла киттесе. Малай сабырһыҙланып әленән-әле урам ҡапҡаһы төбөнә килде лә ҡалаға киткән юл яғына текәлеп торҙо. Әсәләре һаман юҡ. «Тиҙ генә ҡайтырмын», – тигәйне бит. Тағы алданы инде. «Алдаҡсы… Алдаҡсы!» Малай өшөгән сикәләре буйлап аҡҡан йәштәренән ғәрләнеп йән асыуға ҡаты ҡар киҫәктәрен типкеләне. Шулай тауышһыҙ ғына һығылып илап күңелен бушатҡас та әле арыуыҡ йөрөнө ул урам тирәһендә. Тик нисек кенә туңған булһа ла, нисек кенә семәрле ишек тотҡаһы үҙенә үрелергә өндәп саҡырһа ла, Салауат өйгә инмәне. Дөрөҫөрәге, инергә ҡыйыулығы етмәне. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-07/anat-y-osh-bala-y-4834889