Ни ғәжәптәндер инде: әллә тормоштоң аяуһыҙлығымы, әллә ҡарт организмдың бирешеүеме — кө...
Ни ғәжәптәндер инде: әллә тормоштоң аяуһыҙлығымы, әллә ҡарт организмдың бирешеүеме — көндәр ныҡлап йылыға тартҡан мәлдә утын-һыуын кискән ирҙәр, сират алғандай, бер-бер артлы гүр эйәһе була. Кисә һин дә мин һөйләшеп торған әңгәмәсеңдең бөгөн юҡлығына һис тә ышанаһы килмәй. Таңсулпандың атаһы Хөрмәт Һибәт улы Муса Ғәлиевичты һуңғы юлға оҙатып, ғүмергә йөрәк тип зарланмаған дуҫының ҡапыл ғына инфаркттан урам уртаһында тәгәрәп китеүенә һаман ышана алманы. Күңел болоҡһоуын баҫырғамы, әллә бынан өс йыл элек әбейе гүр эйәһе булғас, һаман да етемһерәп торған фатирына ҡайтып, яңғыҙ ҡалғыһы килмәнеме — аяҡтары уны ҡыҙҙарына алып килде. Гриптан һуң шаҡтай һурылып киткән атаһының тағы ла нығыраҡ көмөрәйеп киткән кәүҙәһенә күҙ һалыу менән Таңсулпан эстән аһ итте, үҙенең эш, балалар тип, атаһын иғтибарһыҙ ҡалдырыуына уңайһыҙлыҡ кисерҙе. Йәлләүен һиҙҙермәҫкә тырышып, һуҡранырға тотондо ул: — Үҙ хәлеңде лә аңламай, тертәңләп йөрөмәһәң урам буйлап, исемең юғалыр ине. — Һуң, ҡыҙым... — Һинең ҡыҙың икәнемде бөтәһе лә белә. Өлкән балаң булып һөйләнеп торам да инде, — тип Таңсулпан уға һүҙен тамамларға ла ирек бирмәне. Сәй табыны әҙерләгән арала, ярҙам кәрәк булһа, телефондан шылтыратып, саҡырып алырына хәтлем әйтте. Ҡатын-ҡыҙҙың әйтерен әйтеп бөтмәйенсә туҡтамаҫын яҡшы белгән атаһы, нуры ҡайта башлаған зәңгәр күҙҙәрен төбәп, өҫтәл артында тыныс ултырыуҙы хуп күрҙе. Грипты ауыр үткәргәс, уның ҡайтанан аяҡтан йығылырына шикләнгән Таңсулпанының хафаланыуын да яҡшы аңлай ине. Шуға ла ул тик ҡыҙы камил һүҙҙән туҡтағас ҡына телгә килде: — Муса Ғәлиевичты ерләшеп ҡайтып барыуым, ҡыҙым. Уның был хәбәре Таңсулпанға аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте, хатта, өҫтәлгә ҡуйырға йыйынған сынаяғы ҡулынан төшөп китте, ҡапыл-ғара бер ни әйтә алманы. Бер аҙ тынысланғас ҡына һүҙгә килде: — Бәй-й, кисә генә үҙе һинең хәлеңде белешәм тип инеп сыҡҡайны. — Донъя тигәнең шулай инде, ҡыҙым. Кисә — ул, бөгөн — икенсе. Үлем һорап килмәй. Тик шуныһы йәлке — 9 майҙы еткермәне. Бик тә көткәйне. Һәй-й, беҙ, фронтовиктар ғына түгел, башҡалар ҙа көтә инде ул көндө. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-08/u-la-an-otlau-4839273