- Әсәй, һин мине яратаһыңмы?
- Әсәй, һин мине яратаһыңмы? - Әлбиттә, яратам. - Ә ниңә шулай тип миңә әйтмәйһең? - Һүҙ менән ишеттереүҙәме ни эш? - Эйе, һин һәр ваҡыт шулай тип әйтеп тор... - Ҡыҙым менән ошондай һөйләшеү булды яңыраҡ, - тине бер ханым. - Инде ҙурайып бөткәс, университеттың III курсында уҡый бит инде, ҡосағыма һыйынып, иркәләнеп, яраттырып сығып китте. Үҫкәс тә, бәләкәй саҡтағы һымаҡ, һөйөүгә мохтаждыр тип уйламай инем... Был һөйләшеү миңә унан бер нисә көн алда ғына булған ваҡиғаны хәтерләтте. Бер көндө редакцияға элекке йәш хәбәрселәребеҙҙең береһе килеп инде. Мәктәптә уҡыған йылдарынан һуңғы тормошо хаҡында һөйләне. Ҡырҡты үткән ҡатын үҙ ғүмерендә әсеһен дә, сөсөһөн дә байтаҡ татып өлгөргән. Үҙе бер китаплыҡ яҙмыш. Һуңынан, аптыратып, былай тине: - Ә, беләһегеҙме, ни өсөн минең тормошом шулай килеп сыҡты? - Яуабымды ла көтмәй, артабан дауам итте. - Сөнки мине атайым менән әсәйем яратманы... Аптыраулы ҡарашым уны ғәжәпләндермәне. - Мине генә түгел, бөтәбеҙҙе лә. Өсөбөҙҙөң дә тормошо килеп сыҡманы. Атайым менән әсәйемде иң беренсе сиратта матди байлыҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Мин улар теләгән һөнәрҙе һайланым. Шунан атайым янына килдем дә ҡурҡа-ҡурҡа һүҙ башланым: "Хәҙер үҙем теләгән һөнәрҙе үҙләштерергә рөхсәт итегеҙ инде, бик тә бейеүсе булғым килә", - тинем. Утын түмәрҙәре янында торған атайым бер киҫәүҙе ҡулына тотто ла бар көсөнә ергә һуҡты: "Ботоңдо һуғып һындырам!" Яуабы шул булды. Аяғыма саҡ теймәй ҡалған киҫәү шул көндө минең киләсәгемде селпәрәмә килтерҙе. Бейеүсе булмаһам да, мәҙәниәт өлкәһендә эшләй торған һөнәргә уҡып сыҡтым барыбер. Тик тормошомдан уңманым. Ике тапҡыр кейәүгә сыҡтым. Йәшәп булманы. Сит илгә киттем. Унда бәхетемде таптым. Әммә үтә ҡыҫҡа булды ул бәхет тигәндәре. Яратҡан кешем менән биш йыл ғына йәшәп ҡалдым, көтмәгәндә яҡты донъянан китеп барҙы. Эй ҡыйын... Сит илдә бер үҙем. Яңы йылда ултырам диңгеҙ буйында. Һағындырған. Бөтәһен дә байрам менән ҡотлап сыҡтым. Атайым менән әсәйемә лә шылтыраттым. Төнгө өсөнсө яртылар тирәһе ине. Оҙаҡ алманылар, йоҡларға ятҡан булғандар, күрәһең. Ниһайәт, атайымдың тауышы ишетелде. Байрам менән ҡотланым да: "Атай, бер нәмә һораһам, үтәйһеңме?" - тинем. Аҡса һорай тип ҡурҡтымы икән, өндәшмәй торҙо. Һорауымды ҡабатлағас, ризалашты. "Ҡыҙым, мин һине яратам, тип әйт әле, атай!" - тинем. Үҙемдең күҙемдән йәштәр субырлап аға. Атайым мин әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатланы. "Ә хәҙер әсәйемде саҡыр әле, зинһар", - тинем. Ул да йоҡлағандыр, ахыры. Бер аҙҙан тауышы ишетелде. Уны ла байрам менән ҡотланым да: "Әсәй, һинән бер нәмә һораһам, үтәйһеңме?" - тинем. Ул да аптырап китте. Шунан: "Әйт һуң..." - тине. "Ҡыҙым, мин һине яратам, тип әйт әле, әсәй!" - тинем. Тағы берәй нимә һорап ҡуймаһын, тигән һымаҡ ул да тиҙ генә ҡабатлай һалды. Аҙаҡтан үкереп илауым! Диңгеҙ генә белде хәлемде... ...Яратыуға кеше һәр ваҡыт мохтаж. Әсә һөйөүеме ул, мөхәббәт хисеме - әҙәм балаһы үҙенең яратылыуын белеп йәшәргә тейеш. Психологтар әйтеүенсә, әсә кешегә балаһын көнөнә һигеҙ тапҡыр ҡосағына алып һөйөргә кәрәк икән. Яратылмай үҫкән бала ҡаты бәғерле була, тиҙәр, улар башҡаларға ла наҙ бүлә алмай. Яратыуҙан бала боҙолмай. Һөйөлөп үҫкәндәр бүтәндәргә лә мөхәббәтле, һөйкөмлө була. Ҡаты күңелле ата-әсәнән хатта енәйәтселәр ҙә үҫеүе ихтимал, сөнки күптәре оло тормошта бала саҡта алмаған наҙҙың үсен ҡайтара. Ата-әсә фатихаһы - ул тормоштағы бәхет нигеҙе, уңыш асҡысы. Балалар бәхетле булһын өсөн изге теләктәреңде ҡабатлап ҡына торорға кәрәк. Бәләкәстәрҙең үҙҙәренә лә дөрөҫ теләк теләргә өйрәтеү мөһим. ...Журналист һөнәре миңә күп күренекле шәхестәр менән танышыу, һөйләшеү бәхете бүләк итте. Уларҙың һәр ҡайһыһы күңелеңдә ниндәйҙер яҡты эҙ ҡалдыра, фәһем бирә. Данлыҡлы артистарыбыҙҙың береһенең һөйләгәне һаман да хәтеремдә: "Мин бәләкәй саҡта атайым менән әсәйем айырылышҡан. Әсәйем яңынан тормошҡа с Показать полностью...