– Зиннур, тор тим, тор! Эй, илаһым, кис булһа, ята белмәй, иртән булһа, тора алмай был ...
– Зиннур, тор тим, тор! Эй, илаһым, кис булһа, ята белмәй, иртән булһа, тора алмай был бала. – Әсә соланда йоҡлаған улын уятты–уятты ла китеп барҙы. Бер аҙҙан сепарат геүелдәй башланы. Зиннур һыңар күҙен генә асып алды ла ҡабат йома һалды,сөнки әсәһенең аяҡ тауыштары йәнә уға табан ыңғайланы. – Кит,йүнһеҙ,һаман ятасы?! – Әсә ысынлап тороп асыулана башланы.– Мин һөттө айырып бөтәм дә эшкә китәм. Йәйләүҙән бәләкәс быҙау килтереп киткәндәр. Ыуыҙын эсерергә кәрәк. Ә һин үҙебеҙҙең быҙауға һөт эсер ҙә үләнлеккә ҡыу. Үҫмер иренеп кенә тороп ултырҙы, шунан күҙен ыуа–ыуа йыуынғыс янына китте. Ул арала әсәһе икмәк туралған ике биҙрә һөттө ишек алдына сығарып та ултыртты. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-09/up-yn-k-le-y-hik-y-t-skir-dayanova-4839402