ЗӘҢГӘР ТӨЙМӘ. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова
ЗӘҢГӘР ТӨЙМӘ. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова Хафиз ҡайыш ҡамсыһын шыйылдатып өҫкә күтәргәйне генә ауыр имән ишек асылып китте. Өйҙәгеләр барыһы бер юлы шымып инеүсегә боролдо. Унда тупһа аша атлап өлгөргән дә, ингәс кенә хәлде аңғарып ҡалып, ни сәләм бирергә, ни борлоп сығып китергә белмәгән ҡарашта дәрүиш ҡарт тора ине. Әле генә йортто осороп алып барған ҡатындарҙың йөҙөндә башта юғалып ҡалыу, унан оялыу, хатта ояттарынан ер тишегенә инеп китергә теләү ғәләмәте сағылды. Икәүһе шулай итте лә: шаршау артына йәшенеп өлгөрҙө. Олораҡ ҡатын ярһыуҙан ҡыҙарып киткән йөҙөн яулыҡ осо менән ҡаплай биреп, ынтылып, иренең һаман үрҙә торған ҡулына төрттө. Ире ҡамсыһын урындыҡ аҫтына бырғатып өлгөрҙө. 📌https://kungak.ru/news/literature/2026-10-08/z-g-r-t-ym-hik-y-mil-sh-a-armanova-4839677