— Мә! Миңә бала кәрәк тип һин әйттең бит! Ал! Мин таптым, һин көт, тип екеренде гел.
— Мә! Миңә бала кәрәк тип һин әйттең бит! Ал! Мин таптым, һин көт, тип екеренде гел. Ишетмәмеш, күрмәмеш булып ҡала яғына сығып та киткеләнем. Бер ҡайтһам шулай, баланың һырт буйы күм күк. Күрмәнем дә әле уны тәүлә. Арыуыҡ ҡырҙа булып ҡайтҡас, баланы һағындырған, һаҡ ҡына арҡаһына ҡағылып һөйәм тиһәм дә балаҡай ялтана. — Ана, һине яратмай, шуға ҡаса! Теләһә ҡайҙа йөрөп ғәйбәт йыйып ҡайтҡаныңды бала ла белә, - тип һалды ошоғаса бер ытырғанып ҡаршы һүҙ әйтмәгән килен балам. Тыуғас та, көс күреп, ризалыҡһыҙ ғына имеҙҙе баланы. Әллә ниндәй шыптыр һауытлы һөтөн иҙеп эсергәнен күреп, әсә һөтөнә етмәй, имеҙ, килен, тигәйнем, шунан китте мине дошман күреү. Мине йонсоһон, төнөн йоҡламаһын, тиһең инде, тип ауыҙ эсенән мыңғырҙаны. Балаҡай саҡ ҡына йүткерһә лә, витаминлы һөт эсертмәйегеҙ бына, ауырый инде, зәғиф тә булыр әле, тип мине ҡурҡытты. Ятһам-торһам Хоҙайымдан гел ошо икәүгә ярашыу һораным. Әллә һоҡ тейҙе инде тип, үҙҙәре өйҙә юҡта бар кейем һалымдарын өтәҫләп тә ҡараным, өшкөртөлгән тоҙ һибеп ризыҡ та яраштырҙым... https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-09/y-n-y-latyr-yyr-4840495