Күңелемдә күптән бер һуғыш тарихы йөрөй. Уныһы ла телдән-телгә күсеп килеп еткән. Мине ...
Күңелемдә күптән бер һуғыш тарихы йөрөй. Уныһы ла телдән-телгә күсеп килеп еткән. Мине әҙәби әҫәр итеп яҙыр типтер инде, бер апай һөйләгәйне. Уға ҡасандыр журналистика өлкәһендә эшләгән икенсе апай һөйләгән. Ул апайға алтмышынсы йылдарҙа бер һуғыш ветераны булған олатай һөйләп киткән. Көн дә редакцияға эшкә барған ҡатынды шул тирәлә йәшәгән һәм йыш ҡына урамда осрашып һаулашып йөрөгән бер бабай туҡтатҡан да, ҡыҙым, һин бит гәзит кешеһе, һиңә һөйләр һүҙем бар, тигән. Апай тыңлаған, әммә ул заманда был тарихты гәзиткә сығарырға батырсылығы етмәгән. Яҙған хәлдә лә, әҙәм ышанмаҫ йәки үткәрмәҫтәр ине. Киләһе апай ҙа, һөйләп тә, яҙып та уҡыусыны ышандыра алмам, тип уйланым, тип, был хәбәрҙе миңә еткерҙе. Хәл ошолай булған. Төпкөл башҡорт ауылынан һуғышҡа алынған йәш башҡорт егете үҙ ғәскәрендә райондашы менән бергә тура килә. Ике башҡорт һәр ваҡыт бергә йөрөргә тырыша, бер-береһенә тыныс тормоштағы хәл-әхүәлдәре, туған-тыумасалары тураһында һөйләп, уртаҡ таныштарын асыҡлап, бөтөнләй яҡынлашып китә. Һуғыштың иң ҡыҙыу мәлдәрендә, беҙҙекеләрҙең әле сигенеү осоронда, бер бик ҡаты алышта еңелергә тура килә һәм совет һалдаттарының бер төркөмө ҡамауҙа ҡалып, пленға эләгә. Шулар араһында теге ике башҡорт та булып сыға. Ҡулға алынған һалдаттарҙы фашистар территорияһындағы ауылға алып килеп, һарайға ябалар. Унан башлана һорау алыуҙар, язалауҙар. Рухтары йомшағыраҡ булғандар бер-ике көн туҡмалыуҙан һына, бөтөн белгәндәрен һөйләй, иптәштәрен һата башлай. Үкенескә ҡаршы, беҙгә билдәле геройҙың да райондашы шулай итә. Иптәшенең һатылғанын ишеткән икенсе башҡорт егете, асыуына түҙмәй, башҡортсалап һүгенеп, уны әрләй. Хатта түҙмәйенсә йүгереп килеп, йоҙроҡлап дөмбәҫләй башлай. Ике башҡорт, башҡортсалап һүгенешеп-ҡысҡырышып, һорау алыусы ниместәрҙе аптыратып, көрмәкләшеп китәләр. Быны ҡыҙыҡ күргән фашистар хәҙер инде быларҙы һөсләтеп һуғыштыра. Арығансы айҡаша был икәү. Саҡ айырып алалар. Бынан ары был ике башҡортто бер һарайҙа тотоу мөмкин булмай башлай. Беҙҙең герой милләттәшенең һатлыҡ йән булыуы менән һис килешә алмай, "Ошонда үлтереп китәм мин һине", ти ҙә, әйләнгән һайын тегегә барып йәбешә икән. Язалау отряды башлығы уларҙың был ҡыйнашыуын, туҡтауһыҙ һүҙ көрәштереүен күҙәтә торғас, һорай ҡуйған: "Һеҙ кемдәр, ниндәй милләттән?" "Башҡорттар!" - тип яуаплай егет. "Һин ни өсөн башҡа һатлыҡ йәндәрҙе тыймайһың, бында бит бер һинең дуҫың ғына түгел, башҡалар ҙа бер-береһен һата", - ти икән немец офицеры. "Башҡорт һатлыҡ йән түгел, беҙ батыр халыҡ!" - ти уға тотҡон. Был ике башҡорт тотҡонон айырып бикләһәләр ҙә, ҡыҙыҡ күреп, ваҡыты-ваҡыты менән сығарып һуғыштырып алалалар икән. Әтәс уйынылай күреп, тамаша ҡылып, күңел аса фашистар. Бер милләттән булған егеттәрҙең, тотҡонлоҡта, тере ҡалыуға бер өмөт булмаған ерҙә, үҙҙәре язаланған, туҡмалған хәлдә лә, ниндәйҙер намыҫ төшөнсәләре сиктәрендә аймылыш булып, шулай алҡымдарынан алышҡаны был ят халыҡҡа аңлашылмай, әлбиттә. Улар быны уйын итеп кенә күрә. Бер көндө төндә беҙҙең геройҙы әлеге немец офицеры саҡыртып ала. Саҡырта ла, бөтөнләй әҙәм ышанмаҫ тарих һөйләй: "Минең ысын исемем Моратулла. Мин https://tamasha-rb.ru/articles/pobeda-80/2025-02-17/be-atly-y-n-t-gel-4125672