Әгәр мөхәббәт булмаһа. Хикәйә
Әгәр мөхәббәт булмаһа. Хикәйә Алһыу үҙен ғәрәсәтле ҡойон уртаһына килеп юлыҡҡан елкәнле карап һымаҡ тойҙо. Быға тиклем ул дөрөҫ тип уйлаған бөтөн ҡиммәттәре емерелә, тормошҡа ҡарашы үҙгәрә башланы. Искәндәр уны тотош байрамдан ғына торған ғәжәйеп бер яңы донъяға алып инде. Тамашалар, банкеттар, ирекле мөнәсәбәттәр, сикләнмәгән шәхес азатлығы… Баштарың әйләнерлек шул. – Бер кем дә бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел, – тип ҡабатларға ярата егет, һәр бер һүҙгә баҫым яһап. – Тормошҡа еңелерәк ҡарарға кәрәк. Әхлаҡты уны үҙ-ара көнитмештә уңайлы булһын өсөн кешеләр махсус уйлап сығарған. Алла бабай күктән төшөрмәгән был ҡағиҙәләрҙе. Егеттең ғаиләгә ҡарата ла ҡараштары үҙенсәлекле. – Бына минең өс атайым, өс әсәйем бар. Улар барыһы ла мин тип өҙөлөп тора. Шул насармы ни? – ти ул йәнде иретерлек йылмайыу менән. Ата-әсәһе Искәндәр бәләкәй саҡта уҡ айырылышҡан. Атаһы йәнә ике тапҡыр өйләнгән, балалары бар. Әсәһе шулай уҡ тағы ике тапҡыр кейәүгә сыҡҡан… Тағы ла әсәһенең беренсе, икенсе, өсөнсө һәм хәҙерге һөйәрҙәре бар. Иң ҡыҙығы – ошо ғәм халыҡтың барыһы ла үҙ-ара дуҫтар… https://ashkadar.com/news/azabi/2026-10-08/g-r-m-h-bb-t-bulma-a-hik-y-4839531