Бер мәл шулай был йортта өмә ойошторалар. Мунса күтәрергә тип ауылдың бер нисә ир-уҙама...
Бер мәл шулай был йортта өмә ойошторалар. Мунса күтәрергә тип ауылдың бер нисә ир-уҙаманын да саҡыралар. Ҙур эштән һуң табын ҡоралар. Иртәгеһенә иһә йортта янъял ҡуба: Дарман ҡатынын шул ирҙәрҙең береһенән көнләшеп, шул тиклем ныҡ итеп туҡмай, хатта башын ярғансы һуға. Был хәлгә шаһит булған бәләкәс балалар ҙа ҡурҡып, йәшенеп бөтә... Ошо хәлдән һуң Миңлегөлдөң хәле көндән-көн насарая бара, ул тормош мәшәҡәттәренә битарафҡа әүерелә. Дарман, уға табип саҡыртыу урынына, киреһенсә, “фәхишә”, “эшлекһеҙ” тип өйҙән ҡыуып сығара, балаларын күрергә лә ирек бирмәй. Бына шулай, яҡлар кешеһе булмағас, бер бәләнән ҡотолам тип күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан ҡатын тағы ла олораҡ бәләгә тарый... https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-07-29/ya-myshy-dy-abatlanym-r-nyem-s-y-bul-an-h-l-4764650