Мәскәүҙәрҙә башҡорт рухын һаҡлап!..
Мәскәүҙәрҙә башҡорт рухын һаҡлап!.. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов менән оҙаҡ йылдар аралашып йәшәү бәхете тейҙе. Мәскәүҙә лә, Дәүләкәнгә ҡайтҡан сағында ла мөмкинлек тыуған һайын әҙиптең янына барырға тырыша инем, сөнки уның менән һөйләшеп ултырыу аҡыл туплауға бәрәбәр ине. Ул заман һулышын тойоп, тормош эсендә ҡайнап йәшәгән ир-уҙаман булды. Был тыштан ялтлап күренмәне, уның рух ялҡынын ҙур ижады аша күрәбеҙ – башҡорт әҙәбиәтенең урынын, бейеклеген һәм дәрәжәһен билдәләүсе китаптары аша. Сайтта: https://vatandash.ru/articles/pamyat/2024-09-23/m-sk-r-bash-ort-ruhyn-a-lap-3941970