МӘРЙЕН БӨРТӨГӨ. Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
МӘРЙЕН БӨРТӨГӨ. Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА Гөлсибәр, ниһайәт, йорт эштәрен бөтөрөп, үҙ бүлмәһенә инеп, көҙгө ҡаршыһына ултырҙы. Болоттай ҡабарып торған ҡара сәстәрен ысҡындырып, битенең макияжын лосьон менән һөртөп алды. Бер тын көҙгөләге үҙенә иғтибар менән ҡарап ултырғандан һуң, аҡҡош мамығылай күпереп торған түшәгенә барып ятты.– Аллаға шөкөр, бөгөнгө көнөм дә имен-аман ғына үтеп китте, – тип һөйләнде ыңғайында, – эй Хоҙайым, доға ла уҡый белмәйем, исмаһам, – тип үҙ-үҙен шелтәләп тә алды. – Хоҙайҡайым, инде һорана-һорана теңкәңә тейеп бөткәнмендер... Кемем бар?! Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан, тигәндәй, күҙ төбәп кемгә барайым да кемгә һөйләйем хәлдәремде... Асыуланһаң да, нитһәң дә – һинең ихтыярың, ҡаршы өндәшергә хаҡым юҡ... https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-10-10/m-ryen-b-rt-g-mil-sh-yfullina-4841395