Белорет районындағы Үрге Әүжән дауаханаһында эшләгән осорҙа, шул ауылда тыуып-үҫкән бик...
Белорет районындағы Үрге Әүжән дауаханаһында эшләгән осорҙа, шул ауылда тыуып-үҫкән бик көслө күҙ бәйләүсе (гипнотизер) тураһында хәбәрҙар инем (1980-1982 йылдар). Уның ҡайҙа, кем булып эшләп йөрөгәнен дә белмәйҙәр ине. Ялға ҡайтҡан саҡтарында халыҡты клубҡа йыйып, төрлө күҙ бәйләү кирәмәттәре күрһәтә торған булған. Әммә миңә, бик теләһәм дә, уның менән осрашыу мөмкинлеге тура килмәне. Унан һуң, Ишембай районының Ҡолғона дауаханаһына күскәс тә, Яңы Һәйет ауылында һуғышҡа тиклемге осорҙа йәшәгән күҙ бәйләүсе Йәмлих исемле кеше тураһында ишетергә тура килгәйне. Күңеле килгәндә ул да ауылдаштарына төрлө мәҙәк кирәмәттәр күрһәткән. Һөйләгәндәренән минең хәтерҙә шул һаҡланған. Яҙ ваҡыты була. Йылғаға яҡын ултырғас, ҡайһы бер йылдарҙа ташҡын һыу быларҙың өйҙәренә тиклем үк яҡынлаша. Бер яҙҙы Йәмлихтең әсәһе күрше-тирә ҡатын-ҡыҙҙарын "Ҡунаҡ күрһәтеү сәйе"нә саҡыра. Ҡунаҡтары төш ваҡыты ауышҡас, йыйылышып, өйгә килеп тулалар. Кейеп килгән ҡаталарын соланда түгел, өйгә үк индереп, ишек төбөндәге иҙәнгә теҙеп ултырталар. Үҙ эше менән инеп-сығып йөрөгән Йәмлих шул ҡаталарға эләгеп абынып китә. Етмәһә, тегеләр унан көлөп хихылдашалар икән. Йәмлих табын аҙағында быларҙы аҡылға ултыртырға була - https://tamasha-rb.ru/articles/tarikh-m-sh-khes/2025-05-13/k-b-yl-se-y-mlih-4233515