15 йәш. Күңелемдең иләҫ-миләҫ сағы. Ауылыбыҙға, концерт ҡуйырға тип, оҙон буйлы, сиб...
15 йәш. Күңелемдең иләҫ-миләҫ сағы. Ауылыбыҙға, концерт ҡуйырға тип, оҙон буйлы, сибәр, талантлы йәш йырсы килеп төштө. Уның иҫ киткес моңо шулай тәьҫир иттеме – белмәйем. Бер күреүҙән ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Үҙе минән 10 йәшкә өлкән дә бит әле. Ниңә күңел тик уға тартылғандыр? Ашым – аш, йоҡом йоҡо түгел, уға арнап шиғыр, нәҫерҙәр ижад итәм, күҙ алдына килтереп, портреттарын төшөрәм. Ул йәшен тиҙлеге менән билдәлелек яулап, йәштәрҙең яратҡан кумирына әйләнде. Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән ҙур талантҡа эйә ине шул. 11-се синыфты уңышлы тамамлап, баш ҡалаға уҡырға йүнәлдем. Юғары уҡыу йортона инергә тип, имтихан тапшырып йөрөгәндә «Йәшлек» гәзите редакцияһы «Кумирыма хат» тигән ҡыҙыҡлы конкурс иғлан итте. Ваҡыт тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, унда мин дә ҡатнаштым һәм еңдем. Конкурс шарты буйынса еңеүсегә яратҡан кумирҙары менән осрашыу мөмкинлеге бар ине. Ни сәбәптәндер миңә осрашыу форсаты яҙманы. Ниһайәт, уҡырға индем. Күңелле студент тормошо, шау-шыулы йәшлек йылдары һәүетемсә дауам итте. Ә йырсым Өфөлә генә түгел, сит өлкәләрҙә лә концерттар менән сығыш яһап, тағы ла ҙурыраҡ популярлыҡ яуланы. Бер нисә тапҡыр концерттан һуң уның янына килеп, автограф яҙҙыртып алғаным, открыткаға шиғырҙарымды яҙып, сәскә гөлләмәләре бүләк иткәнем булды. Тик ул миңә әллә ни иғтибар итмәне. Минең кеүек башын ҡатырыусылар аҙ булмағандыр, күрәһең. Өйләнеп, атай булыуы хаҡында ишеткәс тә, өмөтөм өҙөлмәне. Бер генә тапҡыр күрешергә, серләшергә ине, тигән хыял йәшәне күңелемдә. Бишенсе курсты тамамлап, тыуған ауылыма ҡайтып киттем. Шундуҡ эшкә урынлаштым. Дуҫлашып йөрөгән егетем булһа ла, кейәүгә сығырға ашыҡмайым. Теге йырсы «ағайым» онотолмай ҙа ҡуя. Бер көн эштән ҡайтып килһәм, мәҙәниәт йорто янында афиша эленеп тора. Унда минең йырсымдың килеүе хаҡында хәбәр ителгән икән. Барырғамы, юҡмы? Хәҙер инде хистәр ҙә һүрелгәндәй. Ни тиһәң дә, ун йыл ваҡыт уҙып та киткән. Әхирәтемде эйәртеп, шулай ҙа тәүәккәлләнем. Әлбиттә, башта килешле прическа эшләттем, матур күлдәк кейҙем. Бына ул сәхнәлә. Тамашасыларҙы үҙенә арбап, моңло тауышы менән йыр һуҙа. Бер аҙ олпатланған, шул уҡ өтөп алырлыҡ ҡараш, килешле буй-һын… Концерт тамамланғас, мин – бер яҡҡа, әхирәтем икенсе яҡҡа ҡайтып киттек. Яңғыҙ атлайым. Ерҙә төн хакимлыҡ итеп, ҡара пәрҙәһен япҡан. Ә күктә серле ай йылмайып, йондоҙҙар емелдәшә. Илаһи тынлыҡты боҙоп, шул саҡ эргәмә машина килеп туҡтаны. Уның алғы тәҙрәһен генә асып: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2026-06-04/aman-ine-gen-yaratam-4710759