Туҡта, ниңә бындай билдәһеҙлектә ҡалды һуң ул? Нимәнән башланды был айырылыу? Сәбәбен ...
Туҡта, ниңә бындай билдәһеҙлектә ҡалды һуң ул? Нимәнән башланды был айырылыу? Сәбәбен таба алманы Сәриә. Утыҙ йылдан ашыу ғүмер итте ире менән, инде улы ла, ҡыҙы ла үҙ ғаиләһе менән айырым йәшәй. Олатай-өләсәй булырға ла өлгөрҙөләр. Ял көндәрендә өйҙәре балаларҙың шат тауышына тула. Шунан да олораҡ бәхет бармы һуң?! Инде ярата ейәндәрен Сәриә. Рәлиф тә уларҙы үлеп ярата ине бит һуң. Улар янында йәшәреп, нурланып китә торғайны. Ҡайҙа икән һин хәҙер? Кеҫә телефоны гел янында йөрөй, шылтыратып, хәбәр итергә була бит… Үҙҙәренең йөк машинаһы бар ине уларҙың. Быға ҡәҙәр гел алыҫ рейстарҙа йөрөнө. Арып-талып ҡайта, бигерәк йыраҡтарҙан урай ине шул. Һөйөнөп ҡайтып инер ине. Алдан хәбәр иткәс ни, ҡайтыуына мунса яғылған, табын ҡоролған. Атайҙары ҡайтыуға балалар ҙа килеп етә, бер оло байрамға әүерелә ине ҡаршылау. Гел шулай тыныс ҡына, матур ғына йәшәрбеҙ, тип һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәне Сәриә. Эшенә, байрамға барған кеүек, иң матур кейемдәрен кейеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөнө. Өйөнә лә гел ашығып-ашҡынып ҡайтты. Рәлифе ҡайтыуға тәмле ризыҡтар әҙерләргә ашығыр ине. Бер көн, киске аштан һуң, Рәлиф район гәзитендәге иғландарҙы уҡып ултырғанда: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-06-27/azaptar-a-e-aldy-daua-yn-da-tap-inde-4727630