Атайым һәләк булғас, өләсәй беҙҙе айырып сығарҙы. “Килен, һин егәрлеһең, юғалып ҡалмаҫһ...
Атайым һәләк булғас, өләсәй беҙҙе айырып сығарҙы. “Килен, һин егәрлеһең, юғалып ҡалмаҫһың, иргә барһаң - ир булыр, бала тапһаң - ул булыр. Башҡа сыҡ, һыйырҙы һиңә бирәбеҙ, өй беҙгә ҡала”, - тине. Беҙ һыйыр етәкләп Моҡас урамы буйлап күп йөрөнөк. Сығышы менән әсәйем Ҡотош ауылынан. Ике йәштә генә йәтим ҡалған, революция ваҡытында атаһын аҡтар атҡан. Баш төбәп кенә барыр кешебеҙ юҡ. Шуға күрә кем өйҙәш итеп индерә, шунда йоҡлап, фермала ла, мал өйөндә лә йәшәргә тура килде. Ысынлап та, бик уңған ине әсәйем. Бер ниндәй ауырлыҡ алдында ла юғалып ҡалманы. Көндөҙөн колхоз эшендә булһа, төнөн бәйләм бәйләп, үҙебеҙгә ғаилә кәрәк-ярағы йүнәтте. Ошо ваҡиғаны бер ҡасан да тыныс ҡына иҫләй алмайым. Әсәйем май иретеп, сөсө икмәк бешереп ашарға ғына йөрөй инек, ике милиционер килеп инде: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-01-31/fl-r-s-itova-atay-ere-shul-tiklem-ur-buldy-3624161