Күк бишмәт – Зәбирҙең әсәһенең ҡушаматы. Ғүмер буйы өҫтөндәге күк бишмәтте һалмай кейгә...
Күк бишмәт – Зәбирҙең әсәһенең ҡушаматы. Ғүмер буйы өҫтөндәге күк бишмәтте һалмай кейгән өсөн беҙ, бала-саға, таҡтыҡ уға был ҡушаматты. Совет осоро боронғо кейем-һалымды – бишмәттәрҙе, таҫмалы күлдәктәрҙе, ҡашмау-селтәрҙәрҙе хатта әбейҙәрҙән һалдырып, һандыҡ төптәренә йәшертһә лә, Зәбирҙең әсәһенән систерә алманы. Олатай менән өләсәйҙең ике бөртөк ҡыҙҙарының береһе – минең әсәйем булһа, икенсеһе Күк бишмәт инәйем ине. Өләсәйем һөйләүенсә, уны ун туғыҙ йәшендә димләп тол иргә кейәүгә бирәләр. Ҡатыны бала тапҡанда үлеп, яңы тыуған сабыйы менән етем ҡалған ирҙең яҙмышы аяныслы: яурындары төшкән, күҙҙәрендә һағыш, ҡайғы, сабыйы өсөн борсолоу ята. Димсе, ирҙе төрлөсә маҡтап, ҡыҙҙы күндерергә тырыша. Ахыры сиктә, ул ризалаша. Тик ярты йылдан һуң ире үлеп, инәйем Зәбир исемле малайҙы күтәреп ҡайтып төшә. Добавить в предпочтительные источники Google - Атаһын түгел, баланы йәлләнем. Ул мине көтәлер кеүек булғайны. Сабыйҙы тиҙерәк күргем, ҡосаҡлағым килгәйне, – тип һөйләгән инәйем аҙаҡ. - Зәбирҙе һеҙҙә ҡалдырам. Һауынсы булып эш башлайым. Улымды ҡарар кешем юҡ. - Кейәүҙең туғандары ни ти һуң? Бала уларҙыҡы бит. - Юҡ, Зәбир минең – улым, мин – уның әсәһе. Үҫкәс, атаһы нигеҙендә үҙе йәшәр, ивет, улым? Шулай Зәбир бында тороп ҡалған. Был сос малай тиҙҙән олатай менән өләсәйҙең яратҡан ейәненә әйләнгән. Бер көн иртә менән олатай эшкә китергә ат егә, ә өләсәй тупһала уны оҙата сыҡҡан. Асыҡ ишектә Зәбир күренә. Ул тупһаны бейек ҡойма аша төшкәндәй ах та ух килеп имгәкләп төшкәндә, өләсәйҙең итәгенә йәбешеп тәпәй баҫҡан. Олатай атты тыр ҙа тыр, тип тынысландырып, арҡаһынан һөйөп ҡуйған. Зәбир өләсәйҙең итәгенән ҡулын ысҡындырып, кескәй генә бармағы менән атҡа төртөп күрһәтеп: “ Тур-р, тур-р”, - тип ирендәрен ҡалтыратҡан. Был уның кеше аңлаған тәүге һүҙе һәм тәүге үҙ аллы тәпәй баҫыуы булған. Өләсәй уны күтәреп алып: - Собханалла, мәшалла, тел асҡысы, алтын тояҡ, камил аҡыл, һаулыҡ бир балама, Хоҙайым, - тип теләктәрен теләп ебәргән. Олатай ҙа: - Һай, ир-рең, бәрәкалла, берәкалла, тфү-тфү, – тип ҡыуанысын белдәргән. Ул Зәбирҙе күтәреп ат янына алып бара, тәртәгә баҫтыра. Ә малай дуғаға йәбешә, аяғын күтәреп һыбай атланырға маташа. Олатай кеткелдәп көлөп: “Һай, ир-рең! Ыштан кеймәгәнһең бит. Аттың тире әсе була, осаң сейләнер”, – ти. Бына шулай Зәбиргә ат ене ҡағылған. Хәҙер һәр көн иртән, олатай эшкә киткәндә беҙҙе: Зәбирҙе, мине, өләсәйҙе күпергә тиклем ултыртып алып бара ла төшөрөп китә. Шунһыҙ малайҙан тынғы юҡ. Ул ултырғысты ла, ишек тупһаһын да, сыбыҡ-сабыҡты ла ат итеп менеп сапты. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/k-k-bishm-t-ay-ylyu-h-s-nova-4850251