Туй мәжлесе тамамланыуға табан барғанда кейәүҙең оло апаһы урынынан ҡалҡынды: – Таралыш...
Туй мәжлесе тамамланыуға табан барғанда кейәүҙең оло апаһы урынынан ҡалҡынды: – Таралышмай тороғоҙ әле, барыһы ла өйгә ингәс һүҙ әйтәм! Ишеккә яҡын ултырыуҙан файҙаланып, тышҡа сығып, елләнеп килергә булдым. Күбеһе ҡыҙмаса булып алған, теләһә ҡайҙа таралған, төркөмдәргә бүленешкән ҡунаҡтарҙы тиҙ генә йыйып ҡара! Ярты сәғәт үтер әле. Тынсыу өйҙә көнө буйы һыйланып ултырыу мәрәкә эш түгел, ялҡытты. Дан туй булды был, ашап та, эсеп тә, ҡоҙалар менән аралашып та туйҙырҙы. Хәҙер ял итке, берәй тыныс урынға арҡа терәге килә. Элек башҡорт өс көн ҡыҙ, аҙаҡ өс көн егет яғында нисек туйлап ятҡандыр? Заманалар үҙгәрҙе хәҙер, бер көнө лә хаттин ашҡан. Йәш саҡта ғына туйға атлығып киләһең, күңелгә мәрәкә, тәнгә мажара эҙләйһең бит ул. Ҡырҡҡа яҡынлағас, ул бары тик туғанлыҡ йәки дуҫлыҡ бурысын үтәү генә булып ҡала икән. Аллаға шөкөр, был туй ҙа имен-аман үтеп бара. Кисә загста ла булдыҡ, ағайҙың иркен йортонда бөтә йолаларҙы теүәл үтәп, кейәү яғын шартына килтереп ҡунаҡ иттек. Ә бөгөн иртәнән бирле кейәү йортонда һыйланабыҙ. Берәй сәғәттән, һеңлекәште ҡалдырып, ҡайтыу яғына ҡуҙғалырбыҙ инде. Ауылыбыҙ, ана, Мағаш тауы аръяғында ғына, машинала ярты сәғәтлек кенә юл. Тышта рәхәт. Яҙғы тәмле һауаны һулап туйғыһыҙ. Ауылға терәлеп торған урмандан ҡоштар тауышы ишетелә. Тынсыу бүлмәлә зарығып ултырғанмын икән. Ярты табын урам тирәһендә йөрөй ҙәһә. Ана, аласыҡ эргәһендәге ҙур көҙгө тирәһендә бөтөрөлгән ике йәш ҡоҙаса ниндәйҙер ҡыҙыҡ табып көлөшә. Солан буйындағы ҙур эскәмйәгә ҡунаҡлаған урта йәштәрҙәге өс ир Украиналағы һуңғы хәлдәр хаҡында уфтанып гәп һата. Үҙҙәре теге һылыуҡайҙарҙан күҙҙәрен дә алмай. Ай-һай, тиңдәштәр, уфтаныуығыҙ украин халҡы яҙмышын ҡайғыртыуҙанмы һуң? Ҡырымдағы хәлдәрҙән бигерәк ҡоҙасаларҙың буй-һыны нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра, буғай, һеҙҙе? Мин дә улар янына ыңғайлайым. Бынау буйға ла, арҡырыға ла бер сама ҡоҙа – кейәүҙең ағаһы шикелле. Бигерәк телдәр. Белмәгән нәмәһе юҡ. Һүҙ яйлап йәштәргә барып терәлә. – Рәфис ҡусты менән киленгә ҡала инде был донъя, атай менән әсәйҙең васыяты шулай, – тине кейәүҙең ағаһы моңһоу ғына. – Үҙҙәренең генә ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/fatiha-hik-y-marat-minev-4850219